Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөтә кәрәкле нәмә үҙебеҙҙә етештерелергә тейеш

Сарала тарих фәндәре докторы, иҡтисадсы, “Бизнесты һанлы диагностикалау лабораторияһы” етәксеһе Андрей Быков донъялағы бөгөнгө иҡтисади хәл, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыу сәбәптәре тураһында сығыш яһаны. “Беҙҙең ил һәм уның төбәктәре алдына заман ҡуйған талап – иҡтисадтың концентрацияланған нигеҙен булдырыу”, – тине Андрей Быков. – Рәсәй сиктәрендә һәм Яҡын Көнсығышта барған һуғыш шуны тағы бер тапҡыр асыҡ күрһәтә: беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итерлек кимәлдә булырға тейешбеҙ. Рәсәйҙең барлыҡ тарихының өстән ике өлөшө иҡтисади хәлдең ошо талаптарға яуап биргәнен күрһәтә. Өстән бер өлөшө иһә, йәғни һуңғы бер нисә тиҫтә йыл, табыш алыуға йүнәлеш тотҡан иҡтисадҡа тура килә. Артабан былай дауам итә алмай. Ғалим Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл Владивостокта Көнсығыш иҡтисади форумында һәм Мәскәүҙә яңы һайланған Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре алдындағы сығыштарын иҫкә алып үтте – унда ил етәксеһе Рәсәйҙең бөтә нәмә менән үҙен үҙе тәьмин итә алырлыҡ дәрәжәгә етеүе кәрәклеге тураһында әйткән. “Был илде иҡтисади яҡтан изоляцияға ҡалдырыуҙы аңлатмай”, – тине ул. Әлбиттә, бындай ҙур маҡсатҡа тиҙ арала өлгәшеү мөмкин түгел, шуға күрә лә эшлекле программа “иртәнән һуңғы көн” тигән төшөнсәне ҡуллана. “Тарих сәғәтенең уҡтары Азия яғына табан шыуыша”, – ти Андрей Быков. – “Ни өсөн? Сөнки Азия илдәре үҙ-үҙен тәьмин итеү йүнәлешендә быуаттар буйы йәшәй, бөтә нәмәне үҙҙәре етештерә, бер ҡасан да колониялар баҫып алмаған. Көнбайыш Европа һәм АҠШ киреһенсә – улар башҡа халыҡтарҙы талау һәм эшләтеү, шулар иҫәбенә табыш алыу маҡсатында көн күрә, ҡораллы ыҙғыштарҙы ла ошо маҡсатта ойоштора”. Билдәле иҡтисад белгесе раҫлауынса, ил өсөн кәрәкле ниндәй күләмдә һәм күпме әйберҙәр етештереү дәүләт контролендә барырға, көнәркәшлек булмаҫҡа, ил ресурстарын әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйылмаҫҡа тейеш. Был тәңгәлдә ул Беларусь Республикаһы менән Сингапур илдәрен миҫалға килтерҙе. “Бында осраҡта беҙ донъяла бер-бер артлы булып торған иҡтисади көрсөктәргә бирешмәйәсәкбеҙ, улар хатта һиҙелмәйәсәк тә. Советтар Союзында, мәҫәлән, хөкүмәт етәксеһе булып Алексей Косыгин эшләгәндә шулай ине”, – тине Андрей Быков. Автор фотоһы.