Ул “Рәсәй төбәгендәге Ҡытай мөғжизәһе” тип аталды. Сессия барышында Рәсәй менән Ҡытай хеҙмәттәшлеге һәм Башҡортостанлың ундағы роле тураһында һөйләшеү барҙы. Бынан тыш, иҡтисадтың төп тармаҡтарындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре лә ҡаралды. Ҡытайҙың сауҙа министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ-ара бизнесты үҫтереү үҙәге директоры Ли Янцзюнь тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһаны һәм Ҡытай эшҡыуарҙарының Башҡортостан менән иҡтисади хеҙмәттәшлегенең киләсәгенә оптимистик баһа бирҙе. “Беҙҙең эшҡыуарҙар Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек тураһында ҡыҙыҡһына, был бәйләнештең ҡеүәте барлығын күрә”, – тине ул. – “Әлбиттә, һәр нәмәләге кеүек үк, бында ла проблемалар бар. Мәҫәлән, етештереүселәргә лә, ҡулланыусыларға ла төрлө санкциялар уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Ҡытай бындай сараларҙың продуктив булмауын иҫкәртә килә. Беҙ баҙар иҡтисады шарттарында эшләйбеҙ, шуға күрә ҡатмарлыҡтар һәр саҡ булыуын, әммә уларҙың беҙ теләгән йүнәлештәргә сик ҡуя алмауын аңлайбыҙ”. Сарала шулай уҡ Ҡытай эшҡыуарҙары ла сығыш яһаны. “Көнсығыш” автономиялы комерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Эмиль Сәйетгәрәев Башҡортостан менән Ҡытай бизнестары араһындағы хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәренә туҡтап үтте. “Башҡортостан импорты һәм экспорты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дияз Кәлимуллин инвестициялар мәсьәләһендәге проблемалар, Ҡытай компанияларының Башҡортостандағы локалләшеүенә аңлатмалар бирҙе. Фото: : ibw-bashkortostan.com.
Ҡытай тәжрибәһен Башҡортостандың ҡеүәте менән тоташтыралар
25 ноября 202325 ноя 2023
1 мин