Аҙна уртаһында ғына Белорет районында автомобиль быуаға ҡолап, водитель ҡатын һәләк булғайны. Бөгөн кис ошо уҡ районда йәнә шуға оҡшаш ҡурҡыныс хәл ҡабатланды. Белорет районының Аҙнағол ауылы янында "Шкода Фабия" машинаһы күперҙән Ағиҙелгә ҡолаған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автомобилде урында йәшәгән кешеләр трактор менән һөйрәп сығарған. Унда водитель ҡатын һәм ике бәләкәй бала ултырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1982 йылғы ҡатын һәм уның ике балаһы ла һәләк булған. Малайға - биш, ҡыҙыҡайға ете йәш булған. Урынға ҡотҡарыусылар, прокуратура һәм тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре сыҡҡан, улар ваҡиғаны һәм уның сәбәптәрен тикшерәсәк. Фото: МЧС.