Найти тему
Башҡортостан гәзите

Урал Килсенбаев: “Атайсал” проекты берләштерә

Бөгөн, 24 ноябрҙә, Яңауыл районында “Атайсал – кесе Ватаным” зона форумы үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Муниципаль-ара форумға Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Асҡын, Балтас, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары вәкилдәре йыйылды. Сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡатнашты. Форумдың тәүге өлөшөндә Урал Таһир улы секцияларҙың эше менән танышты, һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе. Сараның төп өлөшө Яңауыл районының мәҙәниәт һарайында үтте. Бында БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары халыҡ менән дә, журналистар менән дә аралашырға ваҡыт тапты. Шулай уҡ уның пленар өлөштәге сығышы ла үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы булды. - 2021 йылда республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы башланғыс алған проекттың ошондай танылыу алырын беҙ, әлбиттә, ул ваҡытта күҙалламағайныҡ та. Өс йылға ваҡыт эсендә 21339 проектҡа ҡағылышлы ғариза ҡабул ителде, шуның 20580-е бөгөнгө көнгә тормошҡа ашырылған. Нимә һуң ул Атайсал? Ул – атай нигеҙе, Ватан. Кешенең көс йыйыр урыны. Был һүҙҙең нигеҙендә “атай” һүҙе ята. Ул - һәр кем өсөн ғәзиз һәм яҡын, унда уға рәхәт. Ул ошо ергә бәйле кешеләрҙе берләштереү, тартыу көсөнә эйә. Был проектты булдырғанда беҙ тап ошо берләшеү идеяһын маҡсат итеп ҡуйҙыҡ һәм ошо изге маҡсатҡа өлгәштек, тип тулы ышаныс менән әйтә алабыҙ, - тип билдәләне Урал Таһир улы сығышында. Ул шулай уҡ форумды үткәргән яңауылдар тураһында ла бик матур фекерҙәр әйтте, сараны уҙғарыу кимәлен юғары баһаланы. “Был төбәктә төрлө милләт, төрлө дин кешеләре бер-береһен ихлас яратып йәшәй. Яңауыл ере миҫалында беҙ милләт-ара татыулыҡтың иң матур өлгөһөн күрәбеҙ”, - тине ул. Ысынлап та, Яңауыл районында ла “Атайсал” проектына ҡушылған илһөйәрҙәр бихисап. Улар араһында эшҡыуарҙар ҙа, чиновниктар ҙа, депутаттар ҙа, ябай кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, эшҡыуар Айрат Ғәлиханов Байғужа ауылында быраулау мастеры булған олатаһы иҫтәлегенә сквер төҙөгән. Ул шулай уҡ махсус хәрби операция башланғас, хәрбиҙәргә ярҙам йөҙөнән ике “УАЗик”, ике ЗИЛ-131” автомобиле һатып алып ебәргән, йөк машиналарын күсмә мунса итеп йыһазландырған. Эшҡыуар Ришат Ситдиҡов Айбүләк ауылында балалар майҙансығы төҙөткән. Руслан Ғәлин мәктәпкә спорт инвентарҙары һатып алып биргән. Был изге эштән етәксе вазифаһындағы кешеләр, депутаттар ҙа ситтә ҡалмай. Ошоғаса Яңауыл районы хакимиәте башлығы булып эшләгән, бөгөнгө көндә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илшат Вәзиғәтовтың да тормошҡа ашырға проекттары бихисап. Уның ярҙамы менән Яңы Артауыл ауылындағы Х.Н. Әмиров исемендәге мәктәптең ҡоймаһы яңыртылған. Шулай уҡ Илшат Әғзәм улы сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Бәләкәй принцессалар балы” үткәреүгә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә, район гәзитенә яҙылыу кампанияһына булышлыҡ итә. Яңауыл ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әлфирә Ғилмийәрова тыуған ауылы Яңы Алдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл булдырған. Бындай миҫалдарҙы бик күп килтерергә мөмкин. Ысынлап та, “Атайсал” проекты үҙенең төп маҡсатына өлгәште – ул халыҡты берләштерә, изгелеккә, яҡшылыҡҡа әйҙәй. Айрат Нурмөхәмәтов һәм Лилиә Ехлакова фотолары.