Сибай ҡалаһында урынлашҡан Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы – ҡалала ғына түгел, республикала иң алдынғы мәктәптәрҙең береһе. Башҡорт лицейы – милләтебеҙҙең рухи ҡиммәттәренә, тәрбиә традицияларына таянып, замандан артта ҡалмай гөрләп эшләгән белем усағы. Бөгөн ул үҙенең 30 йыллыҡ матур юбилейын билдәләне. Сарала мәктәптә төрлө йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар, ҡанат нығытып сыҡҡан уҡыусылар, Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ ҡалаларынан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Иң тәүҙә ҡунаҡтар белем усағы менән яҡындан танышты. Уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә, шайморатовсылар класы уҡыусылары тарафынан илһөйәрлек рухы менән һуғарылған сара, спорт секцияларында, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнгән балаларҙың, "Бишбармаҡ" командаһының сығыштары булһынмы, "Пушкин балы"нда ҡатнашыумы, уникаль экспонаттарға бай музей, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рамазан Өмөтбаевтың ижадына арналған кабинет- музейҙы ҡарау, "Өләсәйҙәр тирмәһе"ндә өләсәй һәм балаларҙың төрлө йүнәлештә эшләгән эштәр, уҡыусыларҙың уңыштары, уларҙың сығыштары - барыһы ла ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Тантаналы сарала Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишмөхәмәтова, Сибай ҡала башҡортттары ҡоролтайы ағзалары, Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ лицей, мәктәптәре директорҙары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Мәктәп директоры Дилә Урал ҡыҙы Фәтҡуллина тырышлығы, алдынғы ҡарашы менән лицейҙа уңышлы эштәр башҡарыла, төрлө йүнәлештә бихисап еңеүҙәр яулана. Белем усағының күркәм юбилейы хаҡындағы һүрәтләмәне гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ. Автор фотолары.