Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иң үтемле тауарға хаҡ артҡан

Ауыл чаты – әйтерһең дә, баҙар. Кем нимә генә һатмай. Иң үтемле тауар, әлбиттә, тауыҡ йомортҡаһы. Сентябрь айында ун йомортҡа хаҡы 100 һум булды. Октябрҙә 120 һумға күтәрелде. Бөгөн иһә уның хаҡын 150 һум тип ҡуйғайнылар, халыҡ китте ризаһыҙлыҡ белдереп! Алтын урталыҡҡа килә алманылар. Тауыҡ тотоусылар игендең хаҡы артыуына зарланды, йомортҡа ашаусылар күкәй хаҡы ул тиклем үк була алмай тине. Үҙем тауыҡ тотҡас, мин тәүгеләр иҫәбендәмен һәм фекеремде үҙгәртмәйем: экологик яҡтан таҙа аҙыҡ ашауға етмәй инде, хаҡы 150 һум булһа ла! Башҡортостандың статистика үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, бер аҙна эсендә йомортҡаның хаҡы 6,1 процентҡа артҡан. Иң осһоҙ йомортҡаның хаҡы - магазиндарҙа 101,97 һум. Күптәр йомортҡаның хаҡы артыуын Өфө районындағы Авдон ауылында урынлашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһының ҡош киҙеүенән һуң ябылыуы менән аңлата. Әммә белгестәр хаҡтарҙың артыуын ҡош-ҡорт үҫтереүҙә ҡулланылған импорт ҡушылмаларының хаҡы артыуы менән бәйләй: ҡатнаш аҙыҡ, дарыуҙар, антибиотиктарҙың хаҡы артты. Бынан тыш ҡошсолоҡ фабрикаларына күптән заманса, сит илдән килтерелгән ҡорамалдар ҡуйылды. Уларҙы йыһазландырыу, ҡарау һәм деталдәр һатып алыу ҙа ҡыйбатҡа төшә. Иҡтисадсылар иһә йомортҡа һәм ҡош итенә хаҡтарҙың артыуы яңы йылға тиклем дауам итәсәк. Әйткәндәй, рәсәйҙәр донъяла иң күп йомортҡа ашаусылар иҫәбендә. Бер кеше йылына 17 килограмм йомортҡа ашай. Рәсәйҙән АҠШ менән Канада ҡалыша, ә бына хаҡтар үҫеүен дауам итһә, Гонконгка етә алмаҫбыҙ, ахыры. Бында йылына бер кеше 27 килограмм йомортҡа ашай. Һеҙҙә йомортҡа хаҡы күпме? Фото: ufa.kp.ru