Башҡортостанда 2023 йылдың 10 айында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙан һатып алыуҙар өлөшө нормативтағы 25 процент урынына 47 процент тәшкил иткән. 2022 йылдың 10 айы менән сағыштырғанда (25 миллиард һум) дәүләт һәм муниципаль заказсыларҙың бәләкәй бизнес менән контракттар хаҡы 0,2 миллиард һумға артҡан һәм 25,2 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта 2023 йылдың 24 ноябрендә Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты үткәргән семинар барышында билдәле булды, унда 250-нән ашыу тыңлаусы ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы заказсыларына бәләкәй бизнестан һатып алыуҙарҙы арттырыу өсөн кәңәшмә йомғаҡтары буйынса 2024 йылға юл карталарын әҙерләргә тәҡдим ителде. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22361/