Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Алға"ла тротуар плитәһе етештерәсәктәр

«Алға» махсус иҡтисади зонаһында яңы предприятиены асыу планлаштырыла. Ул тротуар плитәһе һәм төҙөкләндереүҙең төрлө элементтарын етештерәсәк. Тейешле килешеүгә «Поревит.Өфө» һәм Махсус иҡтисади зонаның идарасы компанияһы - Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Инвестор үҙ башланғысына 1,4 миллиард һум самаһы аҡса һалырға ниәтләй. Предприятиела 70 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Был инвестиция проекты эшен Үҫеш корпорацияһы күҙәтәсәк. Мәҫәлән, инвестор һәм махсус иҡтисади зонаның идарасы компанияһы араһында инвестиция майҙансығын һайлау барышында 3-сө майҙансыҡта проектты тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә өлгәшелде. Шулай уҡ ведомство белгестәре «Инвестиция сәғәте» ултырышы барышында төбәк Башлығын башланғыс менән таныштырыу һәм артабан тейешле дәүләт ярҙамы сараларын алыу өсөн документтар әҙерләгән. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22356/