2023 йылдың 1 декабрендә Өфөлә «ЭКСПО» күргәҙмә комплексы майҙансығында Башҡортостандың ижади һәм креатив индустриялары араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән форум була. Сараны ойоштороусылар: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы, «Минең бизнесым» үҙәге. Проект «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Форум спикерҙары булып креатив индустрияларҙың билдәле вәкилдәре сығыш яһаясаҡ: - Айнур Асҡаров, режиссер («Өфөнән һөйөү менән», «Өс таған», «Ярлыҡау», «Йыл ғаиләһе» һәм башҡа фильмдар); - Тимофей Баженов, журналист, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты; - Артур Иҙелбаев, «Торатау геопаркы»ның генераль директоры; - Камил Буҙыҡаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, ЮНЕСКО ҡар