Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Күпер әҙер!

Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Белорет районында Ҡамайылға йылғаһы аша күперҙе ремонтланылар. Подрядсылар яр буйы таяуҙарын һәм тороҡ ҡоролмаларын ремонтлаған, шкаф һәм ҡабырға яҡ стеналарын ҡуйған, күпер аша үтеү юлын һалған. Объекттың дөйөм оҙонлоғо 29 метр тәшкил итә. – Күпер Өфө - Инйәр - Белорет трассаһында Инйәр ауылы янында урынлашҡан. Был йүнәлеш туристарҙа бик популяр: юл Ирәкташҡа, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына һәм башҡа иҫтәлекле урындарға илтә. Шуға күрә әлеге күперҙе тейешле хәлгә килтереү һәм транспорт өсөн хәүефһеҙ йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Күперҙе ремонтлауға 33,2 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән 32,6 миллион һумы - федераль бюджеттан. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") ил Президенты Владимир Путиндың “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында”ғы Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты (Мәскәү менән Санкт-Петербургтан тыш) һәм 105 ҡала агломерацияһы ҡатнаша. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.