Найти тему
Башҡортостан гәзите

Автомобилдәр һынауҙы уңышлы үтте

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Мәсәғүт дауаханаһының муниципаль-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһенә алынған автомобилдәр эш башланы. Улар йөҙ тапҡырҙан ашыу саҡырыуҙы хеҙмәтләндерҙе. Машиналар республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәк табиптары өсөн яҡшы ярҙамсы хәҙер. –Кешене ҡотҡарыу өсөн ҡайһы саҡ секундтар талап ителә. Ашығыс ярҙамдың ваҡытында барып етеүе бик мөһим, – ти Мәсәғүт дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов. Яңы автомобилдәр медицина ярҙамы күрһәтеү һәм ауырыуҙарҙы илтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.Салондарҙа дефибрилляторҙар, электрокардиографтар, портатив пульсоксиметрҙар, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, глюкоза үлсәү приборҙары урынлаштырылған. –Беҙҙең фельдшерҙар заманса ҡорамалдарҙың уңайлылығын юғары баһаланы, ә водителдәр автомобилдәрҙең йөрөш сифатынан бик ҡәнәғәт ҡалды,– ти ашығыс ярҙам табибы Миләүшә Әхмәтова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.