Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡала төҙөлөшө буйынса документтарҙы үҙ-ара яраштырыуҙың яңы системаһы эшләнелә

Халыҡ-ара бизнес аҙналығының «Төҙөлөштөң һанлы киләсәге» сессияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеген тәьмин итеү дәүләт мәғлүмәт системаһы базаһында биләмәне планлаштырыу документтарын яраштырыу ярҙамсы системаһы тураһында мәғлүмәт бирҙеләр. Ярҙамсы системаны БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы һәм уның ҡарамағындағы «Республика ҡала төҙөлөшө үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы әҙерләй. Бөгөнгә Башҡортостан Республикаһында биләмәне планлаштырыу буйынса документтарҙы яраштырыу сроктары ете айҙан 12 айға тиклем тирбәлә. Тәьминәт-хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү системаһы Башҡортостан Республикаһының дәүләт мәғлүмәт-аналитика системаһына индерелгән һәм документтарҙы ҡарау, раҫлау процесын һанлаштырыуҙы тәьмин итә. Бөтә республика өсөн әҙерләнгән документтарҙы әҙерләү, формалаштырыу һәм яраштырыу ҡағиҙәләре яңы ярҙамсы системаның төп өҫтөнлөгө булып тора. Барыһы ла «Биләмәне планлаштырыу буйынса документтар әҙерләү һәм раҫлау» муниципаль хеҙмәте сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Яңы ярҙамсы система буйынса биләмәне планлаштырыу документацияһын яраштырыу срогын ике-өс тапҡырға ҡыҫҡартыу күҙаллана. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22354/