Найти тему
Башҡортостан гәзите

Матур тәбиғәтле илдә туризм да уңайлы булһын

“Туризмдағы сервис: донъя стандарттары һәм ҡунаҡсыллыҡ тренды” тигән секцияның модераторы “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Каретко булды. Секцияның эшен республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов асты. “Беҙҙең республиканың тәбиғәте гүзәл булыуы һәр кемгә билдәле, бына ошо гүзәл биләмәлә ситтән килгән йәки үҙебеҙҙең төбәктән йыйылған ҡунаҡтар өсөн уникаль объекттар ҙа урынлашырға тейеш, туризм сервисы бына шул була инде”, – тине министр. Ул туризмды үҫтереү буйынса башҡарылған эштәр, “Башҡортостанда оҙон ғүмер”, “Башҡортостан каникулдары” кеүек һәм башҡа төрлө проекттарға ла туҡталды. Секция күп мәсьәләләр буйынса фекер алышты: туристарҙы хәҙер нимәләр ҡыҙыҡһындыра, сервис кимәлен нисек күтәрергә, туристик хеҙмәтләндереү менән уның хаҡының нисбәте ниндәй булырға тейеш, дәүләт ярҙамы саралары был тармаҡтың үҫешенә нисек йоғонто яһай һәм башҡа йүнәлештәр. Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы ойошмаларының милли союзы президенты Алексей Волков, “Chomutova&Partners” консалтинг компанияһы идарасыһы Ирина Хомутова, “ТрансзитСити” компанияһының финанс директоры Роман Фәтихов, “ШЕРАТОНПЛАЗА Уфа Конгресс Отель” компанияһының генераль директоры Оксана Иващенко һәм башҡаларҙың сығыштары был сарала ҡатнашыусылар өсөн фәһемле булғандыр. Сығыш яһаусылар аңлатыуынса, Рәсәйҙәге эске труризм бөгөн әүҙем үҫеш осоро кисерә, төбәктәр араһында туристарҙы күберәк йәлеп итеү өсөн көнәркәшлек көсәйә. Туристик ағым ҙурая барған шарттарҙа туризм операторҙары ла маршруттар буйынса тәҡдимдәрҙе арттыра, инфраструктура яҡшыра, төрлө форматтағы яңы объекттар барлыҡҡа килә. Автор фотоһы.