Бөгөн, 24 ноябрҙә, Яңауыл районында “Атайсал – кесе Ватаным” зона форумдарына старт бирелде. Муниципаль-ара форумға Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары, Асҡын, Балтас, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары вәкилдәре йыйылды. Белеүебеҙсә, тыуған төйәгеңә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған “Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2021 йылда башланғайны. Шул мәлдән бөгөнгәсә был башланғысҡа йөҙәрләгән, меңәрләгән кеше ҡушылды. Тыуған төйәгенең яҙмышына, уның бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмаған ябай кешеләр, эшҡыуарҙар, депутаттар, чиновниктар, меценаттар ярҙамы менән меңдәрсә изге эш ғәмәлгә ашырылды. Яңауыл районында үткән бөгөнгө сарала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, ошо төбәктең ҡала һәм райондары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша. Урал Таһир улы һәм ҡунаҡтар Яңауылдағы "Ҡайғырыусы әсә" һәйкәленә сәскә һалды. Бында төрлө хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә плитәләр ҡуйылған. Был эш Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам фондының булышлығы менән тормошҡа ашырылған. Артабан ҡатнашыусылар "Башҡортостандың төньяҡ баш ҡалаһы" биләмәһен ҡараны. Ул - Яңауыл районы етәкселегенең башланғысы менән ҙур проект булараҡ барлыҡҡа килгән биләмә. Форум сиктәрендә секцияларҙа йәнле һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Урал Таһир улы Яңауылдың Йәштәр һарайында ойошторолған "Беҙ бергә" секцияһында булып, махсус хәрби операцияға ҡағылышлы үҙенсәлекле күргәҙмәне ҡараны. "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының БР буйынса филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина махсус хәрби операция яугирҙәренә, уларҙың ғаиләларенә күрһәтелгән ярҙам саралары, айырыуса медицина хеҙмәтләндереүе тураһында һөйләне. Секция эше барышында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугиргә һәм әүҙем ирекмәндәргә БР Башлығының һәм БР Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. "Кесе Ватандың рухи биләмәһе" секцияһында ла эш йәнле аралашыуға ҡоролдо. Бында дини ойошмалар вәкилдәре йыйылды. Урал Таһир улы бөгөнгө ҡатмарлы заманда руханиҙар алып барған эштең мөһимлеген айырып билдәләне, йылдан артыҡ МХО биләмәһендә эшләгән Хәмзә хәҙрәт менән отец Викторҙы миҫалға килтерҙе. Дин әһелдәре үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, урынлы тәҡдимдәрен еткерҙе. Форумда ҡатнашыусылар Истәк ауылындағы мәсеттә, Яңауыл ҡалаһындағы Иверск-Илиинск ҡорамында булды. Район мәҙәниәт һарайында ҡала һәм райондарҙың ҡаҙаныштары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының “Башҡортостан продукты – үҙебеҙ етештерәбеҙ” күргәҙмәһе лә халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. “Беҙҙең яҡташтарҙың изге эштәре” видеосалонында әлеге төбәктә йәшәп, “Атайсал” проектына ҡушылған шәхестәрҙең проекттары менән танышырға мөмкин булды. Төштән һуң форумдың пленар өлөшө башланды. Яңауылдар "Атайсал - кесе Ватаным" муниципаль форумын Саҡмағош районы вәкилдәренә тапшырасаҡ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.