Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында “Башҡортостан Республикаһы миҫалында Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәрен нығытыу факторы” тигән эшлекле һөйләшеү булып үтте. Дискуссияла Рәсәй һәм Төркиә эшҡыуарҙары, власть органдары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙы был сараның модераторы, Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиллегендә Башҡортостан белгесе Марат Танһыҡҡужин башлап ебәрҙе. “2022 йыл ваҡиғалары фонында Рәсәйҙең тышҡы иҡтисади көн тәртибендә Төркиә йүнәлеше өҫтөнлөклө була бара, – тине спикер. – Былтыр Рәсәй-Төркиә тауар әйләнеше рекордлы булды – 65 миллиард долларға етте. Был иһә ошонан алдағы йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға ҙурыраҡ. Хәҙер беҙ ошо трендтың тотороҡло үҫә барасағына шикләнмәйбеҙ”. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшәмәкәрлеге министры урынбаҫары Фидан Ишемғолов мөрәжәғәт итте. Төркиә яғы вәкиле, ошо илдең Ҡазандағы генераль консулы Угур Йылмаз Башҡортостан менән Төркиә араһындағы сауҙа бәйләнештәренең киңәйәсәгенә өмөт белдерҙе. “Беҙ Рәсәй менән сауҙа бәйләнештәренең арта барыуына ҙур иғтибар бирәбеҙ, – тине ул. – Етәкселегебеҙ стратегик маҡсат ҡуя: Рәсәй менән сауҙа әйләнеше күләмен йылына 100 миллиард долларға еткереү. Төрөк компаниялары Башҡортостан баҙарын тотороҡло үҫеш урыны итеп билдәләй. Беҙҙең бурыс – берлектәге хеҙмәттәшлек өсөн ҡапҡаларҙы асыҡ тотоу”. Юлай Кәримов фотоһы.