Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе гармонизациялау буйынса һөҙөмтәле механизмдар булдырыуға йүнәлтелгән көстәрҙе туплау маҡсатында; Рәсәй Федерацияһы субъекттарында башҡорттарҙың тарихи ҡиммәтле мәҙәни, тел һәм дини традицияларын үҫтереү; Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡының үҙ-үҙен ойоштороуҙың төп институттары булараҡ башҡорт милли-мәҙәни үҙәктәре эшмәкәрлеген камиллаштырыу һәм үҫтереү; милли мәғариф системаһын үҫтереү һәм яҡлау, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, теленә ихтирам тәрбиәләү; башҡорт халҡының милли үҙаңын формалаштырыу һәм нығытыуҙың мөһим инструменты булараҡ милли киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү һәм яҡлау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә билдәләнгән мәсьәләләр буйынса стратегик сессия ойоштора. Беренсе этапта - 2024 йылда Урал һәм Себер башҡорттары форум-фестивален ойоштороу, икенсеһендә Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт халҡының социаль, мәҙәни, мәғариф үҫешенең стратегик планын әҙерләү стратегик сессияның маҡсаты буласаҡ. Фото: Олег Яровиков, "Башинформ".