Ҡыйғы районынан Сөмбөл Исмәғилева төбәктәге сағыу сара тураһында яҙып ебәргән. Автор билдәләүенсә, ауыл ерендә уҡытыусының мәктәптән тыш тормошо, көткән донъяһы, йәшәү рәүеше лә башҡаларҙың күҙ алдында. Улар бер саранан да ситтә ҡалмай, дөрөҫөрәге, йышыраҡ шул сараларҙы ойоштороусы булып тора. “Рәсүл Ҡазыханов етәкләгән Үрге Ҡыйғылағы 2-се урта мәктәп коллективы ла һәр ерҙә алдынғылар рәтендә. Етәксе йәш булыуға ҡарамаҫтан, эште яйға һалған, мәктәптә уҡыусыларға төплө белем биреү менән бер рәттән тәрбиә эшенә ҙур иғтибар бүленә. Кадет кластары бар, быйылғы уҡыу йылынан “шайморатовсылар класы” асылған. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лариса Винарис ҡыҙы Шаһиева уҡытҡан класындағы барлыҡ балаларға (18 уҡыусы) ата-әсәләр ярҙамы менән милли костюмдар тектереп, уларҙы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортона, район мәҙәниәт йортона халыҡ бейеүҙәре түңәрәгенә йөрөтә. Балалар район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә концерттарҙа йыш сығыш яһай, төбәк, республика кимәлендә конкурстарҙа ла призлы урындар яулай. Быйыл, Уҡытыусы һәм остаз йылында, мәктәп уҡытыусылары йәнә бер үҙенсәлекле сара ойошторҙо: Ләйсән Нәбиуллина 30 ҡаҙ үҫтереп, коллегаларын ҡаҙ өмәһенә саҡырҙы. Үрге Ҡыйғы ауылында Ләйсән Флорит ҡыҙын белмәгәндәр һирәк. Ул 2-се урта мәктәптә балаларға инглиз телен өйрәтә. Әүҙем, һәр ергә өлгөр педагогтарҙың береһе итеп танытҡан үҙен. Ә йортонда ул - уңған хужабикә. Тормош иптәше Илгизәр Тимерйән улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр, яңы йорт бөтөрөп ингәндәр. "Әсәйем Сайма Сәлимхан ҡыҙы 42 йыл ихатаһында ҡаҙ аҫраны. Беҙ яңы өйгә күскәс, бер пар ҡаҙ бүләк иткәйне, шулар оя тултырып бәпкә сығарҙы. Бына шулай ҡаҙ аҫрарға өйрәнеп киттек. Хәҙер йыл һайын 25-30 бәпкә үҫтерәбеҙ. Балаларыбыҙ - төп ярҙамсыларыбыҙ. Эштә булғанда бәпкәләрҙе улар ҡарап тора: ашата, һыу ҡоя, шуға ҡаҙ ҡарауы беҙгә ҡыйын түгел. Быйыл хеҙмәттәштәр менән бар шартына килтереп өмә яһаныҡ. Ҡаҙ ҡарауҙың файҙаһы ҙур: ите тәмле, мамығынан йомшаҡ мендәрҙәр яһайбыҙ, аҡса кәрәкһә, һатып та ебәрәбеҙ. Ауыл уҡытыусыһы мәктәптә балаларға ғына түгел, күрше-тирәһенә лә үрнәк булырға тейеш. Беҙҙән күреп, башҡалар ҙа шулай эшләй", – ти Ләйсән Нәбиуллина. – Өмәне Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә ойошторҙоҡ. Балаларға дәрестә халҡыбыҙ йолаларын һөйләп кенә ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ уларҙы һаҡлайбыҙ, ҡулланабыҙ, йәштәргә өйрәтәбеҙ. Өмә бер-беребеҙ менән дуҫтарса аралашыу мөмкинлеге лә бирә. Бында белгән өйрәтә, белмәгән – өйрәнә, етеҙлектә, тилберлектә һынатмаҫҡа тырыштыҡ", –ти 2-се урта мәктәп уҡытыусылары”. Бына ошондай матур тәьҫораттар менән бүлешкән Сөмбөл Исмәғилева. Сөмбөл Исмәғилева фотолары.