Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алтындай балҡышлы ғүмерҙәр

Хәйбула районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүҙәренсә, йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа һөйләнелгән, кешеләргә йәшәү көсө биргән мәңге йәш, көслө тойғо-мөхәббәткә бағышланған сара район ЗАГС-ы бүлегендә үткән. Бында бергә ғүмер итеүҙәренә 50, 60 тулған ныҡлы ғаилә парҙары тәбрикләнгән. Район үҫешенә һәм йәшәйешенә үҙ өлөштәрен индергән ғаиләләр араһында Наил һәм Фирҙәүес Шәрәфуллиндар, Урал һәм Флүрә Сынбулатовтар, Салауат һәм Зимфира Таһировтар, Риф һәм Миңзифа Юнысовтар, Рәфҡәт һәм Таңһылыу Байбулатовтар, Хәйепйән һәм Мәрйәм Бохарбаевтар, Миңлеғәлим һәм Менәүерә Бохарбаевтар, Хафиз һәм Зөлфиә Мәмбәтовтар һәм яңыраҡ ҡына баҡыйлыҡҡа күскән Фәрит Әхмәҙей улы Туғыҙбаевтың хәләл ефете Зөһрә Зариф ҡыҙы ҡатнашҡан. "Ғаилә парҙарының нисек танышыуҙары, нисек бер-береһенә мөхәббәттәрен белдереүҙәре тураһында тыңлау күңелдәрҙә әйтеп бөтмәҫлек хистәр уятты. Ә уларҙың күҙҙәрендә сағылған бер-береһенә ҡарата булған һөйөүен, хөрмәт һәм хәстәрен һүҙ менән генә аңлатып булмай. Сағыу тантананың иң тулҡынландырғыс мәленә уларҙың бергә вальс әйләнгәне әүерелде. Район һәм урындағы хакимиәт вәкилдәре һәм туғандары исеменән йылы ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Артабан да пар күгәрсендәр кеүек, бер-береһенә ә терәк һәм кәрәк булып йәшәһен күркәм парҙарыбыҙ!" - тип хәбәр итә район башҡорттары ҡоролтайы төркөмө. Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы