“Пикир” позывнойлы яугир Благовар районының Языков ауылында тыуып үҫкән. Әсәһе яңғыҙы ике улын үҫтереп аяҡҡа баҫтыра һәм балалары бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн бөтә көсөн һала, тип яҙа “Благоварские вести”. –Беҙ икебеҙ ҙә әсәйебеҙгә тормош юлында осраған төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам иткән сифаттарҙы тәрбиәләгәне өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Ике-өс урында эшләргә лә, төнгө сменаларҙа хеҙмәт итергә лә өлгөрҙө, шул мәшәҡәттәр араһында беҙҙе яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы яратырға, Тыуған илде һөйөргә өйрәтте. Әсәйебеҙ – көслө рухлы ҡатын. Шуға күрә икенсе тапҡыр хәрби форма кейергә мөмкинлек тыуғас, уйлап торманым, алғы һыҙыҡҡа ашҡындым, – ти яугир. Уның менән әңгәмә барышына беҙ уның илебеҙ, хәрби егеттәр, яу яланындағы ваҡиғалар өсөн ихлас күңелдән борсолғанын тойҙоҡ. Нацизмды еңеү, илебеҙҙә тыныс тормош урынлаштырыу теләге бик көслө яҡташыбыҙҙа. Беҙ уға һаулыҡ, түҙемлек, уңыштар теләйбеҙ. Оло, ҡеүәтле илебеҙҙең именлеге өсөн көрәшкән егеттәребеҙҙең иҫән-аман тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡанын көтәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү өсөн республика халҡы берҙәм 177 номеры буйынса мөрәжәғәт итә, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19 телефоны буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ яҡындағы “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була. Бөтә һорауҙарығыҙға башбат.рф сайтында яуап табырға мөмкин. Фото: https://vk.com/blagovar02