"Өфө-Арена" боҙ һарайы алдындағы майҙанда махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан һалдаттарҙы кире хәрби частәренә оҙатыу ойошторолдо. Уларҙың барыһы ла "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкында хәрби бурысын үтәй. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң республикабыҙҙың хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич былай тине: – Башҡортостан яугирҙәренең батырлығы, һәр саҡ алдынғы булыуы һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта "Башҡортостан" полкындағылар ҙа бурысына яуаплы ҡарай, был айырыуса маҡтауға лайыҡ. Беҙ шуны беләбеҙ, һеҙ – иң ышаныслы һалдаттар, тимәк, киләсәктә барыһы ла яҡшы буласаҡ. "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының тәрбиә эштәре буйынса командир урынбаҫары Рөстәм Шәһәбетдинов әйтеүенсә, башҡортостандар ил алдындағы бурысты һәр саҡ теүәл үтәй. Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Баҙғудинов барыһына ла һәр йәһәттән дә уңыштар теләне. Редакциябыҙҙа коллектив менән осрашҡан "Бабай" позывнойлы яугир шат йылмайып, әллә ҡайҙан беҙҙе танып килеп күреште. Ғөмүмән, "Башҡортостан" полкы егеттәренең барыһының да кәйефе күтәренке. Фото: Илдар Аҡъюлов.