Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Инвалидтарға тейешле иғтибар бүленә

Бөгөн, 5 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә ҡаршылыҡһыҙ мөхит, кәрәкле инфраструктура булдырыу, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль реабилитациялау һәм реабилитациялау системаһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү буйынса эштең төбәк Хөкүмәтенең махсус контролендә булыуын билдәләне. - Республикала инвалидтар өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса күп эштәр башҡарыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙҙә реабилитациялау инфраструктураһы яҡшы үҫешкән. Ул биш реабилитация үҙәгенән, уларҙың 18 филиалынан, 15 психоневрология интернатынан һәм биш йорт-интернаттан, өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ике көндөҙгө бүлектән, шулай уҡ Өфөләге геронтология үҙәгенән тора. Төбәк етәксеһе ҡунаҡханаһы, 192 урынлыҡ коррекция мәктәбе, инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге булғ

Бөгөн, 5 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә ҡаршылыҡһыҙ мөхит, кәрәкле инфраструктура булдырыу, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль реабилитациялау һәм реабилитациялау системаһын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү буйынса эштең төбәк Хөкүмәтенең махсус контролендә булыуын билдәләне. - Республикала инвалидтар өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса күп эштәр башҡарыла, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙҙә реабилитациялау инфраструктураһы яҡшы үҫешкән. Ул биш реабилитация үҙәгенән, уларҙың 18 филиалынан, 15 психоневрология интернатынан һәм биш йорт-интернаттан, өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ике көндөҙгө бүлектән, шулай уҡ Өфөләге геронтология үҙәгенән тора. Төбәк етәксеһе ҡунаҡханаһы, 192 урынлыҡ коррекция мәктәбе, инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәге булған, психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам күрһәткән «Салют» республика реабилитация һәм белем биреү үҙәген төҙөү тураһында һөйләне. Учреждениены 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Радий Хәбиров республиканың сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялауға сертификаттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһен дә ыңғай билдәләне. Мәҫәлән, 2019 йылдан ошо маҡсатҡа бюджеттан 460 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Был ярҙам сараһы менән 10 меңгә яҡын инвалид бала файҙаланған. Сертификат буйынса улар шәхси махсуслаштырылған учреждениеларҙа дауалана ала. 2024 йылдың башынан эшкә һәләтле йәштәге инвалидтар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сертификаттар ғәмәлгә индерелә, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. - Улар бюджет аҡсаһы иҫәбенә реабилитация үтергә мөмкинлек бирә. Бер кешегә 52,5 мең һум ҡаралған. Йыл һайын 1 715 кешене сертификаттар менән тәьмин итергә ниәтләйбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе реабилитациялау ҡорамалдары сығарған предприятиеларға ярҙам программаһы хаҡында ла һөйләне. Уларҙың сығымдарын субсидиялауға 20 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ эш биреүселәргә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырған өсөн рәхмәт белдерҙе, ошо йәһәттән республиканың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм уның муниципалитеттарҙағы филиалдары алып барған эштең мөһимлеген билдәләне. Сығанаҡ: glavarb.ru