Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ожмахҡа ҡайтҡандай булдыҡ...

Халҡыбыҙҙа “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул” тигән мәҡәл йәшәй. Донъяла барған бөгөнгө ваҡиғалар ошо һүҙҙәрҙең нигеҙле булыуы тураһында һөйләй. Израиль менән Фәләстан араһында һуғыш башланғас, ут эсенән тыуған еренә – Башҡортостанға тәүгеләрҙән булып ҡайтҡан йәш ҡыҙҙар Ләйсән ЗӘЙНЕТДИНОВА һәм Луиза АРЫҪЛАНОВА менән аралашҡандан һуң, “Фәлән ерҙә алтын бар, барһаң, баҡыры ла юҡ” тигән мәҡәл иҫкә төштө. – Ҡыҙҙар, “ете диңгеҙ артына” сығып китергә нимә мәжбүр итте? Ләйсән: – Израилгә беҙ уҡыу һәм эшләү, донъя кимәлендә тәжрибә туплау өсөн барҙыҡ. Атайым Миңлеғәфүр, ағай­ҙарым Заһир һәм Азамат Зәйнет­динов­тар кеүек музыка юлынан киттем. Туғандарым фольклор, эстрада йүнә­лешен алһа, мин электрон музыканы һайланым. Күп сәйәхәт иттем. Израиль – мин барған 16-сы ил. Бәләкәй саҡтан ҡурай һәм ҡумыҙ моңдарын тыңлап үҫтем. Ҡайҙа ғына бар­һам да, тәүҙә йыр-моңға иғтибар итәм. Электрон музыка – киләсәк музы­каһы, шуға ла 2019 йылда электрон музыкант булам тигән ҡарарға килдем. Өфөлә диджей курстарын үттем. Уҡып сыҡҡас, Өфөлә диджей булып эшләнем, “LOVELZ” исеме аҫтында сығыш яһа­ным. Электрон музыкант һөнәрен үҙләш­тергәс, икенсе йүнәлештә белем алыу зарурлығы килеп тыуҙы. Ике йыл эҙлән­гәндән һуң, Санкт-Петербургка юлландым – “Резонанс” музыка академия­һын­да электрон музыка яҙырға өйрәндем. Унда командабыҙ менән өс сәғәтлек концерт ҡуйҙыҡ, премьерабыҙ булды. Беҙгә эш тәҡдим иткәстәр, Израилгә юлландыҡ. Израилдең Тель-Авив ҡалаһында донъяның электрон музыканттары аҙна һайын концерт ҡуя. Шуға ла был илгә барыу, ошо мөхитте тойоу минең өсөн бик мөһим ине. – Луиза, Ләйсән менән ҡасан юлдарығыҙ осрашты? Луиза: – Ләйсән менән Ҡытайҙа йәшәгән уртаҡ танышыбыҙ аша аралашып киттек. Аҙаҡ Ҡытайҙа, Таиландта, Ҡазанда күрештек. 2021 йылда бер айға Кореяға барып, коронавирус арҡаһында илдән сыға алмай тороп ҡалдым. Юл асылғас, Ләйсән менән бер самолетта Өфөгә ҡайттыҡ. Ныҡлап дуҫлашып киттек. Фекерҙәштәр булып сыҡтыҡ. Һәм бер командала эшләргә килештек. Бергәләп Санкт-Петербургка юлландыҡ, унда беҙҙең тағы ла бер фекерҙәшебеҙ Азалия йәшәй. Шулай уҡ командала Анжела, Стаси исемле ижадташтарыбыҙ ҙа бар. Ләйсән: – Дүрт ай Эйлатта йәшәнек. Унда бөтә ерҙә лә электрон музыка яңғырай. Хәҙер бит бөтә донъя компьютер менән бәйле – рәссам булһынмы, музыкантмы. Хатта гәзит-журналдар ҙа онлайн тарала. Санкт-Петербургта йәшәгәндә Өфөләге йәштәр өсөн электрон музыка даирәһе донъянан 50–100 йылға артта ҡалғанын аңланым, ә Санкт-Петербург­тағы музыка иһә Израилдәгенән – 40 йылға. Нимә ул электрон музыка? Яңы тауыш... Һин уны тотоп алаһың, яҙаһың һәм тапшыраһың. Ундай тауыш башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Израилдә булғанда урамда йүгереп йөрөгән саҡта ла беҙгә килеп етмәгән музыканы тыңлауҙарына иғтибар иттем. – Израиль һеҙҙе нисек ҡаршы алды? Ләйсән: – Беҙҙең Израилгә барыу-бармау мәсьәләһе ете көндә хәл ителде. Унда, сик буйында, бөтәһен дә һорау алыуға саҡыралар. Илгә сығыу маҡсатын, хат алышыуҙарҙы тикшерәләр, сөнки күптәр был илгә аҡса эшләү өсөн бара. Беҙҙән дә һорау алыу ҡаты булды, илгә килеүе­беҙҙең төп маҡсатын һөйләнек, алдашманыҡ. Луиза: – Сикте үтеү өсөн дуҫтарым самолет аша түгел, ә ерҙәге транспорт ярҙа­мын­да Мысыр аша сығырға кәңәш итте, сөнки һауа юлы аша килгәндәрҙең 50 процентын кире бороп ҡайтаралар. Шулай уҡ һинең иҫәбеңдә аҡсаң, ваучер­ҙарын булырға тейеш, ә беҙҙең бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Израиль сигендә һорау алған саҡта бер полиция хеҙмәткәре беҙгә: “Телефоныңды бир! Аҡса бир!” – тип ҡысҡыра башланы. Мин боролоп сыҡтым да киттем, ә Ләйсән юғалып ҡалманы, офицерҙарға ҡарап: “Һин үҙ маҡсатың артынан барырға тейеш!” – тип, ҡумыҙын сығарып уйнай башланы. Һөҙөмтәлә офицерҙар уны дуҫтарса ҡабул итте, хатта ҡосаҡлап алдылар, илгә инергә рөхсәт бирҙеләр. Минән һорау алып та торманылар. – Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, ти халыҡ мәҡәле. Әммә ватандаш­тары­быҙ матур тормош эҙләп, сит тарафтарға юллана... Луиза: – Израилдә майҙаны 16 квадрат метр булған бүлмәне студия өсөн ҡуртымға алдыҡ, айына 120 мең һум түләй инек. Беҙҙең аҡса менән әйткәндә, унда бер икмәктең хаҡы 500 һумдан башлана, ә мең һумға бер йогурт һәм бер икмәк йәки ике банан, бер икмәк алырға мөмкин. Эйлатта беренсе тапҡыр аҙыҡ-түлек алғанда ныҡ ғәжәпләнгәйнек: икмәк, ике помидор менән ике ҡыяр, эсергә һыу өсөн ете мең һум түләнек. Израилдә йәшәгән ватандаштарыбыҙ: “Туғандарыбыҙ беҙҙең эш хаҡына көнләшеп ҡарай, әммә улар йәшәү өсөн беҙгә бер туҡтауһыҙ һәм ялһыҙ эшләргә тура килгәнен аңламай”, – ти. Ысынлап та, Израилдә йәшәү өсөн бер юлы ике-өс эштә тир түгергә кәрәк. Ләйсән: – Беҙ бер нисә урында эшләнек. Рес­торан селтәрен үҫтереү йүнәлешендә лә үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ, был тармаҡтың серҙәренә төшөндөк. Шулай уҡ стоматолог ассистенты булырға ла тура килде. Шулай килеп сыҡты, беҙ башлыса 50 – 60 йәштәгеләр менән аралаштыҡ, дуҫлаштыҡ. Улар музыка, сәнғәт менән шөғөлләнгәнебеҙҙе белеп ҡалһа, беҙгә иң яҡшы урындарҙы күрһәтергә тырыша ине, ярҙамдары ла күп булды. Израил­дән ҡайтырға йыйынғанда ла улар машина, билеттар менән ярҙам итеп, доғалар уҡып, изге теләктәрен әйтеп оҙатып ҡалды. Луиза: – Унда фатир һатып алмайҙар, бө­тәһе лә ҡуртымға яллап йәшәй. Фатир һатып алған осраҡта ла, ер һатылмай – ер дәүләт милке һанала. Яҡшы район­дарҙа торлаҡ хаҡы 100 миллион һумдан башлана. Уныһы ла 25 йылға ғына. 25 йылдан һуң фатирың йәнә дәүләттеке иҫәпләнә. Шуға ла ҡуртымға алыу отошлораҡ та килеп сыға. Ләйсән: – Рәсәйҙә һин аҙ түләйһең, ә яуап итеп күп хеҙмәттәр алаһың. Мәҫәлән, беҙҙә ресторанға барһаң, һине ҡолас йәйеп ҡаршы алалар, яҡшы хеҙмәт­ләндерәләр. Израилдә иһә күп аҡса тү­ләһәң дә, һинең аҡсаңа торошло хеҙмәт күрһәтелмәй. Айына бер тапҡыр матурлыҡ салонына йөрөнөк, ике сәғәткә 26 мең һум аҡса ҡалдырып сыҡтыҡ, ә беҙҙә был хеҙмәт өсөн өс-дүрт мең һум түләйһең дә рәхәтләнеп ял итеп сығаһың. Ғөмүмән, минең ҡарашҡа, унда хеҙмәтләндереү өлкәһе үҫешмәгән. Был йәһәттән Рәсәй, Башҡортостан күпкә алдынғыраҡ. – Был ҡиммәтле илдә нисек йәшәнегеҙ һуң? Миллионер балалары ла түгелһегеҙ... Ләйсән: – Израилгә үҫешеү, белем, тәжрибә алыу өсөн барҙыҡ. Луиза картиналарын ҡуйыу өсөн галерея менән һөйләшеү алып барҙы. Мин дә төрлө йүнәлештәрҙә эшләнем. Музыканы сығарыу өсөн ике лейб менән һөйләшеү алып барҙым. Үҫешкән, яңы аҙымдар эшләгән ваҡытта һиңә үҙеңде финанс яҡтан тәьмин итеү мөһим. Шундай ҡиммәтле илдә йәшәү өсөн беҙ ҙә өҫтәмә аҡса эшләү сараларын күрҙек. Әйтергә кәрәк, Тель-Авив Ер шарындағы иң ҡиммәтле ҡала иҫәпләнә. Рәсәй ҙә, Америка ла, Европа ла, Яңы Зеландия ла уның эргәһендә “ял итә”. Ике кешегә бер ай йәшәү өсөн 500 мең һум китә ине, был аҙыҡ-түлек һәм торлаҡ өсөн сығымдар. Үҙеңә кейем алғың килһә, кафеға барғың килһә, кәмендә бер миллион һум талап ителә. Израилдә йәшәгән саҡта бер тапҡыр ғына ресторанға барҙыҡ, ике сәғәт өсөн 40 мең һум ҡалдырып сыҡтыҡ. – Был ил нимәһе менән ылыҡтыра һуң? Луиза: – Иерусалим өсөн бар донъя көрәшә, сөнки унда барлыҡ дин тотоусыларҙың үҙәге булып торған өс изге урын бар. Улар тау итәгендә тупланған. Бер итәгендә әһәмиәте буйынса өсөнсө урында торған Әл-Аҡса (йәки “Алыҫ мәсет”) мәсете урынлашҡан. Ул мосолман донъяһында иң боронғо мәсеттәрҙең береһе. Мәккәгә тиклем Әл-Аҡса намаҙ уҡығанда ориентир нөктәһе булып торған, был уның ислам дине өсөн айырыуса әһәмиәтле булыуын раҫлай. Шулай уҡ уға яҡын Раббы Ҡәбере ғибәҙәтханаһы урынлашҡан. Ул христиандар өсөн донъялағы иң изге урын һанала, IV быуаттан алып христиан­лыҡ­тың төп ғибәҙәт ҡылыу урыны ошонда була. Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлаған урын Голгофа булараҡ билдәле. Ғайса­ны ерләгән, һуңынан терелткән тип иҫәпләнгән ҡәберлек был. Илау стенаһы ла йәһүдтәрҙең доға ҡылыу һәм иң ҡәҙерле теләктәр менән яҙмалар ҡалдырыу урыны һанала. Ҡыҫҡаһы, был ерҙә барлыҡ боронғо тарих тупланған. – Израиль менән Фәләстан араһында һуғыш башланған саҡта һеҙ ҡайҙа инегеҙ? Луиза: – Тель-Авив янындағы биҫтәлә. Мин йоҡлай инем, таңғы сәғәт алтыла Ләйсән уятты. Уға тиклем дә урындағы халыҡтың бомбаға тотоу, бомбоубежище тураһында һөйләшкәндәре ишетелеп ҡала ине, әммә беҙ быға әллә ни иғтибар бирмәнек. Әйткәндәй, Израилдәге барлыҡ яңы йорттарҙа бомбанан йәшенеү урыны бар. Бер мәл шартлау йәнә ҡабатланды. Йәнә... Йәнә... Был юлы күршеләр “Бомба, бомба!” тип ҡысҡырыша башланы. Хәйер, улар бындай һөжүмдәргә өйрәнеп тә бөткән инде. Израилдә “Тимер көмбәҙ” булдырылған. Ул ракеталарҙан һаҡлай. Был юлы ла ракеталар һауала шартлай, ә ярсыҡтары ергә төшә һәм әллә ни зыян килтермәй. Беҙ яңылыҡтарҙы ҡараманыҡ, сөнки ракеталар туҡтауһыҙ осоп торғанда уның ҡайғыһы юҡ ине. Рәсәйҙәге туған­дарҙан хәбәрҙәр килеп торҙо, Ләйсәндең әсәһе видеояҙмалар һалды. Шунда ғына был хәлдең етдилеген аңланыҡ. Беҙҙең аҙыҡ-түлек һәм һыу етерлек булғас, өйҙән сыҡмаҫҡа ҡарар иттек. Махсус ҡушымта аша ҡайҙа бомба төшәсәге тураһында мәғлүмәт килә, 30 секундта йәшенеү урынына барып өлгөрөргә кәрәк. Беҙ йәшәгән йорт иҫке булғас, унда бомбоубежище юҡ, баҫҡыс майҙансығына сығабыҙ. Шул мәлдә күршеләр менән танышып бөттөк. Ләйсән: – Таңғы сәғәт алтыла сирена тауышына уяндым. Бар ерҙә лә бомба шарт­лаған тауыштар ишетелә. Тәҙрәне ас­һам, төтөн еҫе борх итеп тора, бер нисә урында янғын. Тәүҙә кешеләр быға бик иғтибар итмәй ине, кискә ғауға башланды. Беҙ ҡурҡманыҡ, сөнки тыуған ере­беҙҙән смс хәбәрҙәр ебәреп, яҙып тынысландырып торҙолар, рухи ярҙам ныҡ көслө булды. Һауа тревогаһы ишетелгәс тә, бөтәһе лә бомбоубежищеға йәшенә. Беҙ иһә сирена тауышы ишетелеү менән баҫҡыс майҙансығына йыйылабыҙ. Шул минуттарҙа кемдер илай, кемдер ныҡ ярһый. Мин башҡаларҙы тынысландырыр өсөн ҡумыҙҙа уйнаным. Дүрт көн бер ҡайҙа ла сыҡманыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: әллә тойомлау булдымы икән, бер көн алда күп итеп аҙыҡ-түлек һәм һыу алып ҡуйғайныҡ. – Береһе лә бер ҡайҙа ла китмәй, бомбоубежищела йәшенеп ултырған саҡта, ике сая, ҡыйыу башҡорт ҡыҙы – Ләйсән менән Луиза тыуған яғына ҡайтырға сыға... Луиза: – Израилдә һәр ярты йыл һайын ошондай ғәҙәттән тыш хәлдәр ҡабат­ланып тороуына өйрәнеп бөткәндәр, әммә был юлы икенсе күренеш ине – тәүге көндә биш мең ракета осоп килгән. Шулай булһа ла тормош дауам итә, кешеләр магазинға йөрөй, спорт менән шөғөлләнә. Был илгә аҡса эшләргә килгән кешеләр, һуғыш булһа ла, илдән сығырға уйламай. Беҙгә Ер шарының төрлө мөйөштәре­нән дуҫтар шылтырата башланы – тынысландыралар, эш тәҡдим итәләр. Шул саҡта яңғыҙ булмауыбыҙҙы аңланыҡ. Аҡсаны алмаштырыуҙа ла дуҫыбыҙ ярҙам итте. Юлға сыҡтыҡ. Тель-Авив менән Сектор Газа араһы – 60 километр. Шуға ла беҙ, урау-урау юлдар үтеп, 46 сәғәттән һуң Мысырҙың Александрия ҡалаһындағы дуҫыбыҙға килеп еттек. Һуғыш юл хаҡының күтәрелеүенә лә йоғонто яһаны. Элек Мысырҙан Рәсәйгә осоу өсөн билет хаҡы 16 мең булһа, һуғыш башланғас, ул хатта 363 мең һумға тиклем күтәрелде. Шуға ла ике туҡталыш аша, иң осһоҙ булған маршрутты һайлап ҡайттыҡ. Сикте сығыу өсөн 10 мең һум алдылар, бар ерҙә лә аҡса һорайҙар. Хатта Мысырҙа беҙҙе алдап, 25 мең һумлыҡ визаны 100 мең һумға һатҡандар. Илдәр буйлап күп сәйәхәт иттек, әммә ундай хәлде бер ерҙә лә күргәнебеҙ булманы. – Башҡортостанға ҡайтып төшкәс, ниндәй хис-тойғолар кисерҙегеҙ? Ләйсән: – Һуғыш башланғандың икенсе көнөндә 15 илде теҙеп ҡуйҙыҡ та ыңғай һәм кире яҡтарын ҡарап сыҡтыҡ. Дубайға ла эшкә саҡырылар ине, башҡа урындарҙа ла эш тәҡдим иттеләр, әммә күңелебеҙ тыуған ергә тартылды. Тыуған яҡҡа юлыбыҙ һигеҙ көн дауам итте. Башҡортостанға килеп төшкәс, ул беҙҙең өсөн ожмах ере булып күренде. Һин үҙ телеңдә иркенләп һөйләшәһең, кешеләр менән рәхәтләнеп аралашаһың, уртаҡлыҡтар ҙа күп. Иң ҡыҙығы шул – Өфөнән сығып киттек тә, ике йылдан кире Башҡортостанға ҡайттыҡ. Сит ерҙә йөрөп, тәжрибә туплап ҡайтҡас, донъяға икенсе күҙлектән ҡарайһың, тормошто икенсе төрлө ҡабул итәһең, ҡәҙерен беләһең, яңы уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыу теләге менән янаһың. Луиза: – Быға тиклем төрлө илдәрҙә йөрөп ҡайтҡас, сағыштырып ҡарағанда нимә­лер етмәгән кеүек тойола ине. Израил­дән ҡайтҡас, республикала күп яҡшы үҙгәрештәр булғанын күрҙем. Яңы урындар, һәйкәлдәр барлыҡҡа килгән. Шуға ла үҙем өсөн Башҡортостанды яңынан асамын. Әле ул үҫеш, яңырыу кисерә. Үҙем дә республика тормошонда әүҙем ҡатнашып, ижад итергә, үҙемдең студияны асырға, күргәҙмә ойошторорға теләр инем. Әле төбәктә күп майҙан­сыҡ­тар гөрләп эшләй, конкурстар ойошторола, шулай уҡ беҙҙә музей, галерея­лар ҙа күп. Туплаған тәжрибәмде баш­ҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтергә теләйем. Ләйсән: – Ғөмүмән, һуңғы осорҙағы ваҡиға­ларға бәйле илебеҙҙә импортты алмаштырыу өсөн үҙебеҙҙең тауарҙы етештерә башлау көнүҙәк булған саҡта, йәштәргә, ололарҙың ярҙамына таянып, ҡурҡма­йынса яңы тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыу, Рәсәйҙе бөйөк дәүләт итеү ваҡыты етте. Әле, ысынлап та, илебеҙ өсөн дә яңырыу осоро. Иң мөһиме – дәүләт яңы хыялдар менән ҡанатланған йәштәрҙе аңлап, ярҙам итһен. Башҡортостанда ла аяғында ныҡ торған кешеләр, эшҡыуарҙар, блогерҙар, ижад кешеләре үҫеп сыға. Сит илдә булған йәштәр, төрлө сәбәптәргә бәйле, әлеге мәлдә яйлап илгә ҡайта башланы. Улар араһында беҙҙең таныштар ҙа күп, шунан сығып әйтәм. Минең күҙал­лауымса, хәҙер Башҡортостанда яҡшы ваҡиғалар, асыштар көтөлә. Мин дә сит илдән алып ҡайтҡан тәжрибәмде музыка өлкәһендә файҙаланып, республикам­дың данын арттырыу теләге менән янам. Үҙебеҙҙең ижади эштәребеҙҙе донъя кимәленә сығарырға теләйбеҙ. – Ҡыҙҙар, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, алға! БЕЛЕШМӘ Өфө ҡыҙы Ләйсән Миңлеғәфүр ҡыҙы Зәйнетдинова финанс һәм эшҡыуарлыҡ иҡтисады һөнәренә уҡып сыҡҡан, әммә сәнғәт донъя­һын һайлаған. Ҡытайҙа электрон диджей курстарын үткән, һуңы­нан Санкт-Петербургта бер йыл уҡый, музыка яҙа. Һөнәрен камиллаштырыу маҡсатында музыка яҡшы үҫешкән Израилгә юлланған. Әлшәй районынан Луиза Фәсих ҡыҙы Арыҫланова Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатын тамам­лағас, Ҡазан федераль университетында инглиз теле белгесе һөнәрен ала. Артабан Санкт-Петербургта рәссамға уҡый, Ҡы­тай­ҙа инглиз теленән уҡыта. Изра­илгә һөнәри оҫталығын үҫте­реү маҡсатында барған. Рәмилә МУСИНА фотоһы.