Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Улар беренсе булып мохтаждарға ярҙамға килә

“Социаль әүҙемлек” федераль проекты мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда илдә ирекмәндәр һаны 13,7 миллиондан ашыу кеше тәшкил итә. Был 10 миллионлы ҡала! Был – башҡаларға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтергә әҙер булғандарҙың байрамы. Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыусылар һәм тирә-яҡ донъяны яҡшыртыусылар. Берҙәм Рәсәй бөтә ил буйынса тиҫтәләрсә мең ирекмәнде берләштерә. Улар беренсе булып мохтаждарға ярҙамға килә. Ирекмәндәр фронтҡа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, яңы төбәктәрҙә партияның дауаханаларында һәм гуманитар үҙәктәрендә эшләй, яңғыҙ һәм оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек ташый, хайуандар приюттарында көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә һәм башҡа күп изгелектәр эшләй. Меңләгән пенсионерҙар һәм уҡыусылар, күп балалы ғаиләләр һәм яңғыҙ әсәйҙәр, табиптар һәм пациенттар – улар барыһы ла көн һайын ярҙам ала һәм ирекмәндәргә рәхмәт әйтә. Фото сығанағы: https://t.me/ratmirmavliev/3383