Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Мәскәүҙә һабантуй үткәрҙе

3 декабрҙә Мәскәүҙә ВДНХ-ла “Рәсәй” форум-күргәҙмәһендә Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы. Ул көндә “Ҡышҡы һабантуй” иң сағыу сараларҙың береһе булды. Тирмәләрҙән торған башҡорт ауылында сәхнә, Ҡыш Бабай резиденцияһы, уҡтан атыу тиры урынлашҡан. Коллекционер Петр Пицуренконың самауырҙар күргәҙмәһе үҙенсәлекле ине. Иң боронғо самауырҙы 1890 йылда ҡойғандар. Уларҙан хуш еҫле үлән сәйҙәре эсеү мөмкин булды. Һабантуйға килгән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Ҡыш бабай ҡаршы алды. Ул Радий Хәбировты бал менән һыйланы, ҡул эштәре оҫталарының тауарҙарын ҡаранылар. Ныҡлы ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, бында кеше күп булды. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла матур тәьҫораттар менән ҡайтты. https://resbash.ru/news/obshchestvo/2023-12-03/bashkiriya-ustroila-sabantuy-v-moskve-3549721 Фото: АНО Конгресс -бюро Башкортостана.