"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһында иң ҙур төшөрөү павильонында – беренсе аппарат-студия блогында яңы яҡтыртыу системаһын монтажлау һәм ҡуйыу тамамланды. Яңы яҡтыртыу комплексы түшәм системалары - пантографтар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, студияла тиҫтәләрсә профилле прожекторҙар, яҡтылыҡ-диодлы приборҙар, панелдәр һәм даими яҡтыртыу комплекттары ҡуйылған. Эштәр төп, тарихи төшөрөү павильонын реконструкциялау барышында башҡарылды. Яҡтыртыу ҡорамалдары хәүефһеҙлек стандарттарының бөтә талаптарына тап килә. «Төп майҙансыҡты тулыһынса реконструкцияланыҡ. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Олег Добродеевҡа, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сабитовҡа һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа ярҙамдары һәм ышаныстары өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Эшебеҙҙә яҡтылыҡ идеаль һүрәтте тәьмин итә. Элекке яҡтылыҡ-техник комплексы үҙенең ресурсын ҡулланып бөткән ине тиерлек, шуға күрә уны яңыртыу ихтыяжы килеп тыуҙы. Бе