Быйыл илдең Төп Законына – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына 30 йыл тула. Юбилей датаһы алдынан “Берҙәм Рәсәй” партияһы онлайн-конкурс ойоштора, унда 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бынан тыш, бөтә ил буйынса төрлө тематик саралар үткәрелә. Башҡортостандан 473 меңдән ашыу кеше “Рәсәй Конституцияһына 30 йыл - үҙеңде тикшер!” онлайн-конкурсында ҡатнашҡан. – Башҡортостан халҡы конкурста әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булыуын иҫбатланы. 10 декабргә тиклем республикабыҙҙа тест үткәндәрҙең һаны тағы ла артыр һәм ярты миллион кеше сиген яулар тип ышанам, – тине төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе республика халҡына әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте. – Урындарҙа республиканың иң алыҫ райондарында йәшәүселәр өсөн ҡыҙыҡлы офлайн-саралар ойошторған, шулай уҡ кешеләргә конкурста ҡатнашырға мөмкинлек биргән партияның урындағы һәм беренсел бүлексәләренә айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем, – тине Руслан Насретдинов. Хәтерегеҙгә т
Конституцияны белеү буйынса онлайн-конкурс 10 декабргә тиклем оҙайтылды
5 декабря 20235 дек 2023
1 мин