Өфө фән һәм технологиялар университетының вуз-ара студенттар кампусында урынлашасаҡ Популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһында ауырыуҙарҙы иртә стадияла асыҡларға мөмкинлек биргән тикшеренеүҙәр үткәреү күҙаллана. Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары “Өҫтөнлөк 2030” программаһының «Сәләмәт оҙон ғүмерлелек» стратегик проекты сиктәрендә тормошҡа ашырған бурыс Владимир Путин 2023 йылдың 28-30 ноябрендә «Сириус» федераль биләмәһендә үткән Йәш ғалимдар конгресында белдергән төп тезистарҙың береһенә ауаздаш. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, генетика – тикшеренеүҙәрҙең иң перспективалы һәм мөһим йүнәлеше, ул прогресс нигеҙендә буласаҡ. Генетикала алға киткәндәр принципиаль өҫтөнлөктәргә эйә буласаҡ һәм бында бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә Башҡортостандың ошо өлкәләге позицияһын көсәйтеүе хаҡында һөйләне. Йәштәр популяция һәм медицина генетикаһы лабораторияһында Волга-Урал төбәге һәм Төньяҡ Кавказ популяцияларының генетик структураһын өйрәнеү, онкология патологияларын һәм ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙарын молекуляр-генетик тикшереү менән шөғөлләнәсәк. Боронғо ДНК лабораторияһында кешенең килеп сығышы һәм таралып ултырыу, шулай уҡ хәҙерге этностарҙың барлыҡҡа килеү мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында генетиктарҙың, археологтарҙың һәм антропологтарҙың эшен берләштергән дисциплина-ара проектты ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Нейрокогнитив геномиканың йәштәр лабораторияһы кешенең когнитив һәм психоневрология үҙенсәлектәренең молекуляр-генетик нигеҙҙәрен тикшереү менән шөғөлләнәсәк. Белешмә өсөн: Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы «Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә төҙөлә. 2023 йылдың декабрендә тәүге 36 мең квадрат метрҙы файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. З. Вәлиди урамындағы заманса бинала Өфө университетына дөйөм майҙаны 3500 квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттар биреләсәк. Икенсе этап – ике йыл дауамында йәнә 120 мең квадрат метрға тиң биләмә төҙөү. Өфө университетының вуз-ара студенттар кампусына инеүе 11 мең квадрат метрҙан ашыу өҫтәмә фәнни-белем биреү киңлектәрен сафҡа индереүҙе тәьмин итәсәк һәм 1600-ҙән ашыу студент, уҡытыусы өсөн ятаҡ етмәү мәсьәләһен хәл итәсәк. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Вуз-ара кампус лабораторияһында сирҙәр иртә стадияла асыҡланасаҡ
5 декабря 20235 дек 2023
1
1 мин