Өфөлә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, “Белореттар – беҙ бергә” яҡташтар осрашыуы үтте. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу маҡсатында ойошторолдо. Уны ойоштороуҙа Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Белорет районы хакимиәте, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм "Артыш" яҡташтар ойошмаһы әүҙем ҡатнашты. Осрашыуға килгән Белорет районы етәкселеге һәм “Артыш” яҡташтар ойошмаһы ағзалары Иҙел башынан сыҡҡан билдәле шәхестәр, СССР-ҙың халыҡ артистары – Заһир Исмәғилев һәм Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһы Белорет районынан килгән эшҡыуарҙарҙың һәм халыҡ кәсебе оҫталарының әйберҙәре, шулай уҡ район мәҙәниәт бүлеге ойошторған һәм Иҙел башы тарихын сағылдырған ҙур күргәҙмә яҡташтарға, ҡунаҡтарға оҡшаны. Улар тыуған ерҙәрендә етештерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итте, һатып алды. Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы махсус хәрби операция