Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре тамамланды
ВДНХ-ла үткән “Рәсәй” Халыҡ-ара күргәҙмә-форумы ҡунаҡтарын беҙҙең республика сағыу экспозиция һәм мәҙәни программа менән ҡаршыланы. Күргәҙмәлә төбәктең сәнәғәт, фән, туризм һәм башҡа өлкәләрҙә үҫеш мөмкинлектәре лә сағылды. Нефть, бал, ҡымыҙ һәм ҡурай төйәге. Көньяҡ Уралдың йөрәге. Фәнни-техник үҫеш һәм саф тәбиғәттең берләшеүе. Ике континент, Европа һәм Азия киҫелешендә ятҡан үҙенсәлекле субъект – Башҡортостан Республикаһы.Башҡортостан – донъялағы боронғо кәсеп — солоҡсолоҡ һаҡланып ҡалған берҙән-бер урын. Башҡорт балының республика бренды булыуы һис тә аптырарлыҡ түгел, сөнки ҡырағай ҡорттар йыйған бал юғары сифатҡа эйә. Ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса төбәгебеҙ ҙур тәжрибәгә эйә. Татлы ризыҡ хатта космонавтарҙы туҡландырыуҙа ҡулланыла. Тағы бер ғорурлыҡ сығанағы – Волга буйы федераль округының иң ҙур инфраструктура объекты, Башҡортостан халҡы күптән көткән юл комплексы – Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы. Файҙаланыуға тапшырылғандан һуң ул «Урал» М-5 федераль трассаһына сығыу ваҡытын ҡыҫҡарта һәм сикһеҙ тығындар менән бәйле мәсьәләне хәл итә.Яҡшы һөҙөмтәләрҙе һауа киңлектәрендә лә күҙәтә алабыҙ. Сираттағы ғорурлығыбыҙ – модернизацияланған Рәсәй вертолеты – Ка-32 . Түбән температураларҙа ла янғынды һүндерә алырлыҡ донъялағы берҙән-бер вертолет ул. Уны ҙур булмаған Күмертау ҡалаһында йыялар. Республиканың байлығы – уның батырҙары ла. Салауат Юлаев, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәм башҡа исемдәр мәңгелеккә Башҡортостан ғына түгел, ил, донъя тарихына яҙылған. Улар хәтеренә ҡуйылған һәйкәлдәр – Өфөнөң визит карточкалары. Данлыҡлы маэстро – Владимир Спиваков – Өфө егете. Тыуған яғына ул йыш ҡайта. Баш ҡалала уның йәш таланттарҙы үҫтереү фонды эшләй. Күренекле бас, Федор Шаляпин тәүге сығыштарын Өфөлә башлай. Ә Рудольф Нуриев башҡорт сәхнәһендә тәүге балет партияларын башҡара. Донъя сәхнәһе һәм сәнғәтенең әлеге быуын таланттары иһә - ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар.Бай тарихы һәм тәбиғи мөмкинлектәре Башҡортостанды иҡтисади яҡтан көслө һәм илдең алдынғы төбәгенә күтәрҙе. Республика милли үҙенсәлеге менән дә ҡыҙыҡлы. Бында төрлө этник төркөмдәрҙең вәкилдәре йәшәй. Улар төбәк мәҙәниәтен тағы ла сағыуыраҡ, байыраҡ итә һәм Башҡортостанды дуҫлыҡ, теләктәшлек биләмәһе булараҡ данлай.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».