Найти тему
Башкортостан 24

Атҡаҙанған оҫта тигән маҡтаулы исем

   Атҡаҙанған оҫта тигән маҡтаулы исем
Атҡаҙанған оҫта тигән маҡтаулы исем

Атҡаҙанған оҫта тигән маҡтаулы исем

Башҡортостан Башлығы тәүге тапҡыр Халыҡ нәфис кәсептәре менән шөғөлләнгән ватандаштарыбыҙҙы атҡаҙанған оҫта тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне. Юғары дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһынан хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева репортажы. Колонналар залында был юлы иҡтисад үҫешенә тос өлөш индергән сәнәғәт тармағының хеҙмәт алдынғылары йыйылды. Һөнәри байрамдары уңайынан улар Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларына лайыҡ. Радий Хәбиров ҡатмарлы шарттарҙа тармаҡ ҡеүәтен нығытыуға ғына түгел, ә күләмле проекттарҙы бойомға ашырыуға өлгәшкән компанияларға рәхмәт белдерә. Башҡортостандың сәнәғәт комплекесында сирек миллион кеше хеҙмәт итә. Республикала алты сәнәғәт кластеры, биш ТОСЭР, индустриаль һәм технопарктар эшләй. “АЛҒА” иҡтисад зонаһы ике йыл рәттән илдә иң тотороҡло үҫеш биләмәһе тип таныла, ә дөйөм сәнәғт сәйәсәтен бойомға ашырыу һөҙөмтәләре Башҡортостанды Рәсәйҙә өсөнсө тапҡыр лидерҙар исемлегендә нығытты. Юл төҙөү һәм төҙөкләндереү тармаҡтың көндәлек эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе мөһим өлөшө. Республика башлығы автомобиль юлдарын хеҙмәтләндереү предприятиеһында фиҙаҡәр эшләгән водитель, механик, инженер, машинист, башҡа оҫталарҙы бүләкләне. Араларында Әбйәлил район юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығында оҙаҡ йылдар хисапсы эшен башҡарған Майҙа Мәҙәһиева ла бар. Бөгөн ул Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы исеменә лайыҡ.Республика сәнәғәтенең милли йөҙөн танытҡан нәфис кәсептәр тармағына дәүләт яғынан айырым иғтибар бирелә. Быйыл Башҡортостан Башлығы ҡарары менән милли-мәҙәни йолаларға ярашлы һәм художество ҡиммәте раҫланған әйберҙәр етештереү һөнәрен үҙләштергән кәсепселәргә “Атҡаҙанған оҫта” билдәһе һәм маҡтаулы исем раҫланды. Яңы дәүләт наградаһы беренсе тапҡыр тапшырылды. Өс тиҫтә йыл дауамында ҡумыҙ эшләүгә мөкиббән Фуат Ҡужахметовтың даны тыуған Ейәнсура районынан меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡҡа таралған. Ул яһаған милли музыка ҡоралын донъяның төрлө тарафтарынан һорап киләләр. Башҡортостандың символына әйләнгән халыҡ ҡоралын яһау теләге Фуат Илмир улында тура мәғәнәлә тыуған тупраҡтан яралған. Ейәнсура районында киң танылған йәнә бер халыҡ кәсебе — шәл бәйләү оҫталығына бәләкәйҙән өйрәнгән Әлмира Йәғәфәрова бөгөн һөнәрен йәштәргә тапшырыу теләге менән йәшәй. Дебет шәлдең сере ҡул менән бәйләүҙә, тигән фекерҙә оҫта.Республиканың Халыҡ нәфис кәсептәренең атҡаҙанған оҫтаһы дәрәжәһенә милли әйберҙәр етештергән генә түгел, ә халыҡ художество кәсептәрен һаҡлау менән үҫтереүгә тырышлыҡ һалған, шулай уҡ халыҡ кәсептәре өлкәһендә 10 йыл һәм унан да оҙағыраҡ эшләгән, кадрҙар әҙерләү һәм һөнәри тәжрибә уртаҡлашыу менән шөғөлләнгән уңғандар бүләкләнә. Башҡортостан сәнәғәтселәре быйыл етештереү күләмдәрен алты процентҡа арттырған. Үҫеш тармаҡтың һәр йүнәлешендә күҙәтелә. Төбәктә торлаҡ төҙөлөшө һәм туризм киң үҫеш ала. Һуңғыһына халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнеүселәр тос өлөш индерә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».