Ваҡыт барыһын да дауалай, тиҙәр. Тик бына Вәлимә генә быға бер нисек тә инана алманы. Биш йыл үтһә лә, яратҡан кешеһе әле һаман күҙ алдынан китмәй, уйҙары бары уның хаҡында. Артыҡ йәш тә түгел үҙе, ә күңел барыбер юҡһына. ...Хатта ҙур ҡалала ла ҡасандыр таныш кешеләр ҡапыл уйламағанда осраша. Бына Вәлимә лә Хәсән менән бөгөн һис көтмәгәндә күреште. Ҡатын ҡабалана-ҡабалана эштән ҡайтып бара ине. “Хәҙер фатирға инәм, тиҙ генә ашарға әҙерләйем”, – тип уйлап китеп бара ине ҡатын. “Өләсәй, әйҙә, һөйләшәйек әле. Һин минең серемде бер кемгә лә әйтмәҫһең бит?” – тип ейәнсәре лә йүгереп, килеп һыйыныр...” Бөгөн көн бигерәк матур шул: йомшаҡ ҡына ҡар бөртөктәре ҡатындың битен иркәләй, керпектәренә ҡуна. Урам буйлап ҡабаланып китеп барған Вәлимә ҡапыл алдына ҡараны ла, һиҫкәнеп китте: ҡасандыр үҙе ғашиҡ булған, әле лә уны онота алмаған Хәсән тора бит! “Сәләм, Вәлимә!” – тине ул. Бындай осрашыуҙы һис көтмәгән ҡатын: “Хәсән, һинме ни? Һаумы”, – тип яуапланы, бер аҙ ҡаушап. “Әйҙә, урамда торған