Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ауыл табиптары өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк

Рәсәй Хөкүмәте ауыл ерендә эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә финанс средстволары менән ярҙам итәсәк. 16 төбәк, шул иҫәптән Башҡортостан, ауылда эшләгән медицина персоналына компенсация түләүҙәренә өҫтәмә аҡса аласаҡ. Был маҡсатҡа 245 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү тураһындағы ҡарарға Хөкүмәт Премьер-министры ҡул ҡуйған. Компенсация түләүҙәре “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаларына ярашлы түләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, табиптарҙың берәр миллион һум, фельдшер һәм акушерҙарҙың 500-әр мең һум аҡса алыуы мөмкин. Әгәр тораҡтар алыҫ һәм төпкөл биләмәләрҙә урынлашһа, компенсация түләүҙәре 1,5 миллион һәм 750 мең һумға тиклем артасаҡ. Быйыл федераль бюджетта, “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры”программаларына ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәренә түләүҙәргә алты миллиард һум тирәһе аҡса бүленгән. Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.