Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев профилле ведомстволар етәкселәре һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән берлектә Өфөләге вуз-ара кампуста барған төҙөлөш эштәре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Комиссия биналарҙың әҙерлеген тикшерҙе, артабан вице-премьер проектлаусылар һәм махсус ведомстволар белгестәре менән видеоконференция алымында кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеү темаларының береһе булараҡ биналарҙың фәнни-технологик ҡорамалдар урынлаштырыуға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ғилми лабораторияларын үҙҙәренә бүленгән ҡаттарға күсерергә әҙер. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: IQ-паркта 28 вуз-ара лаборатория эшләйәсәк, ә икенсе сиратты сафҡа индереү менән тағы ла 20 лаборатория өҫтәләсәк. 15 ҡатлы башня-бина файҙаланыуға әҙер тиерлек, ә ете ҡатлы IQ-паркта биҙәү эштәре тамамлана. Көн һайын төҙөлөштә өс сменала 600-ҙән ашыу кеше эшләй. Эштәрҙе генераль подрядсы