Илеш районы Андреевка ауылының "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә яңыртылған моделле китапханаһында “Урын генийы” проектын тормошҡа ашырыу өсөн Андреевка урта мәктәбенең 9 класс уҡыусылары өсөн белгес Эльвира Филимонова ҡатнашлығында “Финанс ғилеме” мәғлүмәт сәғәте үткәрелде. Ул килемдәр, сығымдар, кеҫә аҡсалары, һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар, форекс һәм башҡа финанс белемлелектең төп төшөнсәләре хаҡында һөйләне. Төп төшөнсәләрҙе өйрәнгәндән һуң, балалар “Шәхси финанстар” уйын-тестында ҡатнашты. Уйындың асылы көндәлек тормош хәлен үтәүгә ҡайтып ҡалды. Балалар уларҙың һәр береһенә дөрөҫ финанс ҡарары табырға тейеш ине. Артабан һәр ҡатнашыусы йомғаҡтар буйынса йыйылған аҡсаның күләмен иҫәпләне. Иҫәпләүҙәр һөҙөмтәһендә финанс яҡтан иң грамоталы тип Азат Мәхмүтов танылды, ул иң күп аҡса йыя алған булып сыҡты. Егет бының өсөн исемле сертификат менән бүләкләнде. Балалар бергәләп үҙ һөҙөмтәләрен тикшерҙе һәм бер аҙна эсендә, сығымдарға һәм аҡсаның ваҡ суммаларын экономиялауға ҡарата финанс ҡарарҙар ҡабул иткәндә, уны йә юғалтырға йәки, киреһенсә, ҙур суммала аҡса эшләргә мөмкин, тигән һығымтаға килде. “Бөгөнгө финанс уйынында аҡса йыйыу өсөн миңә бик күп тормош шатлыҡтарынан баш тартырға тура килде: лазер указкаһы алмаҫҡа, “Ҡурҡыу мәмерйәһенә” бармаҫҡа, туңдырма ашамаҫҡа, аҡсаға уйнамаҫҡа һәм башҡалар. Уның урынына, бындай осраҡтарҙа “юҡ” тип әйтеп, мин хыялымдағы әйберҙе һатып алыуға ифрат ҙур аҡса тупланым, был миңә ҙур ҡәнәғәтлек килтерҙе. Психологтарҙың тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, әлеге мәлдә ҡәнәғәтләнеүҙән баш тарта белгән кешеләргә аҙаҡ икеләтә файҙа алыу өсөн күберәк мөмкинлектәр асыла. Китапханасыларға һәм Эльвира Рәзиф ҡыҙы Филимоноваға ошо сараны ойоштороуҙары өсөн рәхмәт”, – тине Азат Мәхмүтов. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Илеш районы хакимиәте.