Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә ағымдағы йылда Үҙәк майҙан төҙөкләндерелде. Йәмәғәт биләмәһе райондың визит карточкаһы булып тора. Бында күләмле, шул иҫәптән республика һәм төбәк-ара саралар уҙғарыла. Үҙәк майҙанда башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар, ял һәм аралашыу майҙансыҡтарын, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр, урналар, клумбалар һәм яңы почет таҡтаһын үҙ эсенә алған яңы инфраструктура барлыҡҡа килде. Был биләмәне төҙөкләндереү башланғысын урындағы халыҡ тәҡдим итте. 2022 йылға ниндәй биләмәне төҙөкләндереү буйынса https://02.gorodsreda.ru сайтында тауыш биреү уҙғарылды. Ауыл халҡының күпселеге майҙан өсөн тауыш бирҙе. Уны яңыртыу киләһе йылда ла дауам итәсәк, сөнки бындай ҡарарҙы 2024 йылға проектты һайлағанда халыҡ ҡабул итте. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһында ҡатнашыу сиктәрендә Мәсетле районында туғыҙ йәмәғәт биләмәһе, шул иҫәптән Яңы Мөслим ауылындағы парк, Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауылдарындағы мәҙәниәт һәм ял парктары төҙөкләндерелгән. Әйтергә кәрәк, ағымдағы йылда Мәсетле районында федераль проект буйынса өс объект үҙгәртеп ҡоролған. Ә Башҡортостанда йәмғеһе 123 йәмәғәт биләмәһе яңыртылған. Яңы форматтағы киңлектәр ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы биҙәүҙән тыш, урындағы халыҡтың яңы мәҙәни һәм социаль тормош кимәлен формалаштыра, яңы иҡтисади мөмкинлектәр аса. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәсетле районы хакимиәте.