Үткән аҙнала 29 меңдән ашыу кеше Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекция һәм киҙеү менән сирләгән. Уларҙың 45,2 проценты – балалар. Был хаҡта “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итте. Шулай итеп, алдағы аҙна менән сағыштырғанда, был ауырыуҙар менән сирләү осраҡтары 18,6 процентҡа артҡан. Белгестәр хәбәр итеүенсә, балала сирҙең тәүге билдәләре күренгәс үк уны өйҙә ҡалдырырға һәм табипты саҡырырға кәрәк. Класта йәки мәктәптә балаларҙың 20-нән ашыу проценты сирләй икән, белем ойошмаһы етәкселеге тарафынан уҡыусыларҙы арауыҡтағы белем алыуға күсереү йәки уҡыу процесын туҡтатып тороу тураһындағы ҡарар ҡабул ителеүе тураһында хәбәр итә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Миҙгел сирҙәренә бирешмәү өсөн витаминлы аҙыҡтар менән туҡланырға кәңәш итә табиптар. Фото: “Башинформ”.