Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан йәнә алдынғылар рәтендә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә бөгөнгө көндәге иң яҡшы яңылыҡтары менән уртаҡлашҡан. “Башҡортостан 2023 йылда ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде. Рейтингты «Йәшел премия» конкурсы «Рәсәй төбәктәре» номинацияһы сиктәрендә Рәсәй экологик операторы төҙөй. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте вице-премьеры Виктория Абрамченко бүләкләү тантанаһында республикабыҙҙың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеге буйынса һиҙелерлек ыңғай алға китештәргә өлгәшеүен билдәләне. Башҡортостан, йәшел рейтинг таблицаһында 47 пункт йыйып, 9-сы урынға күтәрелде. Федераль коллегаларыбыҙға ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк системаһының эшен баһалағандары өсөн рәхмәт әйткем килә”, - тип яҙған Премьер-министр. Фото: Андрей Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.