Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев профилле ведомстволар етәкселәре һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән бергә Өфөнөң вуз-ара кампусында төҙөлөш эштәре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Комиссия биналарҙың әҙерлеген тикшерҙе, тикшереү тамамланғас, вице-премьер проектлаусылар һәм махсус ведомстволар белгестәре менән ғәҙәттән тыш хәл режимында кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеү темаларының береһе: биналарҙың фәнни-технологик ҡорамалдар урынлаштырыуға әҙерлеге. Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре үҙҙәренең ғилми лабораторияларын үҙҙәренә бүленгән ҡаттарға күсерергә әҙер. IQ-паркта 28 вуз-ара лаборатория эшләйәсәк, ә икенсе сират сафҡа индерелеүгә тағы ла 20 өҫтәләсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға 25 заманса кампустан торған селтәр төҙөргә ҡушты, уларҙың 17-һе әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылыу кимәлендә. Быға Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тормошҡа ашырған «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында өлгәшелде. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22445/