Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибай уҡыусыһы менән осрашты. Республика етәксеһе кабинетында булырға үҫмер күптән хыялланған. 2023 йылдың 29 ноябрендә уҙған «Тура бәйләнеш»кә мөрәжәғәтендә уның әсәһе ошо хаҡта яҙған ине. Радий Хәбиров эш кабинетын күрһәтте, ҡыҫҡаса үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләне һәм ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Үҫмерҙең әсәһе хәбәр итеүенсә, уның хәләл ефете һәм өлкән улы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Атай кеше улдарын бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнергә, әрме, Ватан тарихы менән ҡыҙыҡһынырға өйрәткән. Кесе улы тураһында әсәһе, ул атаһы кеүек яуаплы һәм ҡыйыу, кадет училищеһына уҡырға инергә йыйына, ти. Осрашыу ваҡытында уҡыусының атаһы менән бәйләнешкә сығыу мөмкинлеге булған. Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙе республика ғаиләһе хаҡында кәрәкле ярҙам күрһәтеүенә һәм хәстәрлек күреүенә ышандырҙы. - Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, ғаилә өсөн борсолмағыҙ, - тине Радий Хәбиров. - М