4 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Яңы йыл байрамдарына әҙерлек тикшерелде. Көн тәртибендә - яңы йыл ҡаласыҡтарын төҙөкләндереү һәм хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып күмәк мәҙәни саралар үткәреү мәсьәләләре. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова муниципалитеттарҙа боҙ һәм байрам майҙансыҡтарын төҙөү 20 декабргә тамамланасағын хәбәр итте. Бөтәһе 1 012 яңы йыл ҡаласығы йыһазландырыла, 2 103 шыршы һәм 2 меңдән ашыу арт-объект ҡуйыла. Өфөлә 149 шыршы, 19 яңы йыл ҡаласығы биҙәлә. – 9 декабргә тиклем тораҡ пункттарҙа биналарҙы, инеү урындарын, урамдарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен, парктарҙы һәм скверҙарҙы архитектур яҡтыртыуҙы монтажлау тамамланасаҡ, – тип хәбәр итте Ирина Голованова. – Ә 23 декабргә бөтә муниципалитеттар ҙа Яңы йыл ҡаласыҡтарын асыуға әҙерләргә һәм Дәүләт техник күҙәтеүе сертификатлауын талап иткән ҡышҡы тауҙарҙы техник яҡтан баһаларға тейеш. Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына яңы йыл ба