4 декабрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кесе ватанына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. “Башҡортостан” полкы хәрби хеҙмәткәрҙәре был наградаға хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ булды. Төбәк етәксеһе егеттәргә лайыҡлы хеҙмәт һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндән һуң өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуҙы теләне. – Быйыл беҙ ветерандар ойошмаларының “Башҡортостан” исемле полкын ойоштороу тураһында башланғысын хупланыҡ. Был беҙҙең өсөн иң мөһим подразделениеларҙың береһе. Полк тейешле әҙерлек үткән һәм махсус хәрби операция мәсьәләләрен үтәүгә тотонған. Улар бер нисә алышта ҡатнашҡан, плацдарм яулаған һәм унда оборона тота. Беҙ егеттәребеҙ менән бик ғорурланабыҙ! – тине Радий Хәбиров. – Донбассҡа барғанда батальон яугирҙәре менән осраштым. Уларҙың кәйефе күтәренке. Шәхси составтың бер өлөшө ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла. Беҙ геройҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам итәсәкбеҙ. Өйөгөҙгә еңеү менән ҡайтығыҙ! Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.