Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәре көнө айҡанлы үткәрелгән тантаналы сарала ҡатнашты һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт комплексы һәм юл тармағының 64 белгесенә һөнәри ҡаҙаныштары өсөн ордендар, миҙалдар, Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт ҡағыҙҙары бирелде. Бүләкләү тантанаһында тәүге тапҡыр «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған художестволы халыҡ кәсептәре оҫтаһы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Радий Хәбиров исемде булдырыу тураһындағы ҡарарға 2023 йылдың авгусында ҡул ҡуйғайны. Был исем халыҡ кәсептәрен һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән оҫталарға бирелә. “Бөгөн беҙ Башҡортостандың сәнәғәт тармағында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Республиканың сәнәғәт комплексы бихисап кешене берләштерә. Һеҙ – ҡеүәтле көс, иҡтисадыбыҙҙың ышаныслы нигеҙе. Яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан, беҙҙең тармаҡ үҫә, быйыл етештереү күләме 6,7 процентҡа артҡан. Башҡо