Уҙған аҙнала, 29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бишенсе тапҡыр республика халҡы менән тура бәйләнеш аша аралашты. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә уға йомғаҡтар яһаны. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, быйыл төбәк етәксеһе һорауҙарға 3 сәғәт 43 минут буйына яуап биргән. Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге трансляцияны 287 мең тапҡыр ҡарағандар. Уның йомғаҡтары буйынса социаль селтәрҙә 6,7 мең пост баҫылған. Киң мәғлүмәт сараларында 1,9 мең мәҡәлә донъя күргән. Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская иң әүҙем ҡалаларҙы атаны. Көтөлгәнсә, беренсе урында – Өфө. Артабан Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы һәм Салауат килә. 4299 комментарий социаль селтәрҙәр аша килгән, 216 һорауҙы видео ярҙамында ебәргәндәр. Ситуация үҙәге операторҙары 115 шылтыратыу ҡабул иткән. Килгән һорауҙарҙан сығып шуны әйтергә була: халыҡты иң нығы юлдар ремонты, мәғариф, торлаҡ-комуналь хужалыҡ, махсус хәрби операция, төҙөкләндереү һәм клубтарҙы яңыртыу темаһы борсой. Шулай уҡ һорауҙар һаулыҡ һаҡлау, урман хужалығы, эшҡыуарлыҡ, элемтә, ауыл хужалығы, халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәтләндереү темаһына ҡағылған. – Һорауҙарҙың 67,9 проценты – ҡатын-ҡыҙҙарҙан, 32,1 проценты ир-аттан килгән. Йәшкә килгәндә: 39,9 процентҡа – 36-50 йәшлектәр, 29,1 процентҡа – 19-35, 26,1 процентҡа илле йәштән олораҡтар тура килә. Иң аҙы 18 йәштән кесерәктәр ебәргән, – тине Елена Прочаковская. – “Тура бәйләнеш” – Башҡортостан халҡы менән кире бәйләнеш һәм борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге ул, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. Республикаға идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт системалары социаль селтәрҙәрҙә теркәлгән бөтә мөрәжәғәттәрҙе лә контролгә алды һәм уларҙы урындарҙа - профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, ҡала һәм район хакимиәттәренә яуаплы кешеләргә эшмәкәрлеккә тапшырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.