Йыл башынан Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан аграрийҙарына ташламалы хаҡҡа дөйөм суммаһы 24,2 миллиард һум тәшкил иткән 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредитҡа ризалыҡ биргән. “Быйыл ташламалы хаҡҡа ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биреү механизмын ҡәнәғәтләндереү өсөн ярҙам федераль ҡаҙнанан 26,7 миллиард һум итеп билдәләнгән, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – “Ташламалы хаҡҡа ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар республиканың ауыл хужалығы предприятиелараның миҙгелле баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уларҙы башҡарыу осорона әйләнештәге сараларҙы тулыландырыуҙың төп ҡоралына әүерелде”. Шуныһын билдәләргә кәрәк: субсидияларҙың иң ҙур күләме – 352 миллион һум – үҫемлекселек тармағына ташламалы хаҡҡа кредит биреүгә йүнәлтелгән. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Аграрийҙарға быйыл 700-ҙән ашыу ҡыҫҡа ваҡытлы кредит биргәндәр
4 декабря 20234 дек 2023
~1 мин