Төбәктең ижади коллективтары һәм башҡарыусылары күргәҙмә ҡунаҡтарына милли колорит менән һуғарылған үҙенсәлекле мәҙәниәт тәҡдим итте. Концертты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. – Бөгөн беҙ ҙур командабыҙ менән Башҡортостан данын яҡлайбыҙ. 82 йыл элек легендар хәрби етәксебеҙ Миңлеғәле Шайморатов тап 3 декабргә тиклем Мәскәүҙе яҡлаған. Дүрт йыл элек, 3 декабрҙә, беҙ Башҡортостанда генерал Шайморатов орденын булдырҙыҡ. Тап ошо орден менән махсус хәрби операцияла илебеҙҙе яҡлаған яугирҙәребеҙҙе ошо орден менән бүләкләйбеҙ. Башҡортостан, Рәсәй Федерацияһының терәк төбәге булараҡ, Бөйөк Рәсәйҙе яҡлаясаҡ, – тине төбәк етәксеһе. Концерт сиктәрендә сәхнәлә Башҡортостандың иң шәп коллективтары сығыш яһаны. Фото: glavarb.ru