Ғалимдар тиренең йәш ваҡыттағы матурлығын, һығылмалылығын оҙайтыу мөмкинлеге тураһында тәҡдимдәре менән уртаҡлашҡан. Кешеләр өлкәнәйгән һайын тирелә үҙгәрештәр, ҡартлыҡ билдәләре күренеүе ғәжәп түгел. Әммә был тәбиғи процесты ла аҡрынайтырға һәм йомшартырға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Тирене тәрбиәләүҙең төп ысулдары тураһында техник фәндәр кандидаты Юлия Рожкова әйтеүенсә, тиҙ ҡартайыуға көслө тәьҫир итеүсе сәбәптәрҙең береһе – ультрафиолет нурланышы. Ҡояш нурҙары организм өсөн мөһим булһа ла, самаһыҙ ультрафиолет нурҙары тиренең һулыуына һәм иммунитеттың кәмеүенә килтерә. Хатта ҡышҡыһын да ҡояш нурҙарынан һаҡлаусы крем һөртөргә кәрәк, тип кәңәш итә белгес. Тиренең тиҙ ҡартайыуына килтергән сәбәптәр араһынан тәмәке тартыу һәм шәрбәтле аҙыҡтарҙы күп ҡулланыуҙы атарға мөмкин. Никотин тирене ҡорота һәм уны кислородһыҙ ҡалдыра, ә шәкәр коллаген һәм эластин эшмәкәрлегенә ҡамасаулай. Белгес шулай уҡ тире өсөн пилингтар ҡулланғанда һаҡ булырға, был процедура менән артыҡ мауыҡмаҫҡа тәҡдим итә. Фото: faces-clinic.ru