Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әхмәт Лотфуллиндың картиналары терелгән кеүек булды

Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһы академигы, БАССР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған күргәҙмә сиктәрендә “Башҡорт туҡылған шәлен яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре серияһы” проекты эштәренең күргәҙмәһе асылды. Оҫталыҡ дәресендә берҙән-бер ир-егет - Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы факультеты студенты Иҙел Хәкимов бер нисә шарф эшләгән. “Әхмәт Лотфуллиндың картиналары бер аҙ терелгән кеүек булды, сөнки бөйөк рәссамдың эштәрендә ябай халыҡ төшөрөлгән. Шәхес үҙенең ябайлығы менән дә бар Рәсәйҙе һәм донъяны йәлеп иткәндер. Ысынлап та, күп картиналарҙа һуғылған шәл һәм галерея бинаһында һуғылған шәл ябынған инәй-апайҙар. Күргәҙмә асыу сараһы йылы, үҙебеҙсә үтте. Юнир ағай Һағынбаев Альбина инәйгә бейеү көйөн уйнап ебәрҙе. Альбина инәй бейергә саҡырғас, мин дә түҙмәй төшөп киттем. Бар халыҡ тороп үҙебеҙсә тыпырлатып алдыҡ. Башҡорт халҡының һуғылған шәлен һаҡлап ҡалыусы Әбйәлил районының Амангилде ауылынан Ғәшүрә Әүбәкирова Әхмәт Лотфуллиндың картиналары араһында бала саҡ йылдарының кәртә-ҡураһын танып ҡалып, ҡыуанысын беҙҙең менән бүлеште”, – тип уртаҡлашты Иҙел. Әйткәндәй, күргәҙмә 20 декабргә тиклем дауам итәсәк. Проект Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә дөйөм милли әһәмиәттәге ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн тормошҡа ашырыла. Уның авторы һәм етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә Баймырҙина. Күргәҙмә М. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында үтә. Фотолар һәм мәғлүмәт: https://vk.com/id175668024