Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 4 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм уларға лайыҡлы наградалар тапшырҙы. Башҡортостан Башлығы республика оҫталарына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ сәнғәт кәсептәре оҫтаһы» тигән айырым исем бирҙе. Был исем Радий Хәбировтың башланғысы менән 2023 йылда тәүге тапҡыр булдырылды. Маҡтаулы исем халыҡ художество кәсептәре әйберҙәрен әҙерләү оҫталығына эйә булған һөнәрселәргә, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ художество кәсептәрен һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, халыҡ художество кәсептәре өлкәһендә кадрҙар әҙерләүгә, алдынғы тәжрибәне киң таратыуға тос өлөш индергән кешеләргә бирелергә тейеш, тип күп тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Тәүге бүләкләнеүселәр иҫәбендә - башҡорт шәлен эшләү буйынса оҫта Альмира Йәғәфәрова һәм халыҡ уйын ҡоралын эшләү буйынса оҫта Фуат Ҡужәхмәтов та бар. Исем тапшырылғандан һуң Фуат Илмир улы республика Башлығына үҙ ҡул