3 декабрҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Рәсәй” күргәҙмә-форум майҙансығындағы Һаҡлыҡ банкы павильонында булды. Бында уға инновацион технологиялар һәм банк эшләнмәләре тәҡдим ителде. Һаҡлыҡ банкының Урал банкы рәйесе Дмитрий Суховерхов экспозицияның 10 ҙур зал-офистан тороуы хаҡында һөйләне. Заманса офиста технологияларға, һанлаштырыуға һәм яһалма интеллектҡа ҙур иғтибар бүленгән. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар Һаҡлыҡ банкының “аҡыллы” ҡорамалдары менән таныша, банк нейроселтәре менән аралаша ала. Тарихи зонала хеҙмәткәрҙәрҙең формаларын, уларҙың эш урынын, касса аппараттарын һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин. Шулай уҡ юбилей һәм иҫтәлекле тәңкәләргә айырым экспозиция бағышланған. Башҡортостан Башлығы тәңкәләрҙе күргәндән һуң, вице-премьер – республиканың финанс министры Лира Игтисамоваға Өфөнөң 450 йыллығына арналған юбилей тәңкәһе сығарыу өсөн эскиз әҙерләргә ҡушты. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Һаҡлыҡ банкының почетлы ҡунаҡтары китабында теләктәр яҙып ҡалдырҙы. – Бындай күргәҙмәләр ярҙамында беҙ дөрөҫ юлда булыуыбыҙҙы, үҫкәнебеҙҙе күрәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе. Һаҡлыҡ Банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов әйтеүенсә, Башҡортостанда банк мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, транспорт, сәнәғәт һәм башҡа мөһим өлкәләрҙә социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған. Киләһе йылда Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуға арналған саралар, шул иҫәптән инфраструктура һәм төҙөкләндереү объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау хеҙмәттәшлек итеүҙең төп йүнәлештәренең береһе буласаҡ. Фото: glavarb.ru