Шаран районы Шаран ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә 2-се урта мәктәп янындағы парк зонаһы биләмәһе төҙөкләндерелде. Парк төҙөлөшөнөң беренсе этабы быйыл март айында старт алды. Әлеге парк урынында ағастар баҫып алған биләмә булған. Төҙөкләндереү буйынса эштәр барышында хужаһыҙ сауҡалыҡ ғаилә ял паркына әйләнде. Ата-әсәләр хәҙер уңайлы эскәмйәләрҙә ултыра ала, ә балалар велосипедта һәм самокатта яңы йәйәүлеләр юлы буйлап йөрөй ала. Парк кискеһен йәйәү йөрөү өсөн дә уңайлы. Бында балалар майҙансығы булдырылған, уйындар зонаһында йомшаҡ резина япма һалынған. Парк яҡтыртылған, заманса, матур яҡтыртҡыстар ҡуйылған, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн 27 урынлыҡ автомобилдәр ҡуйыу урыны ҡаралған. Киләһе йылда Шаран ауылындағы 2-се урта мәктәбенең парк зонаһын төҙөкләндереү дауам итәсәк. Бында Шаран районы халҡының хеҙмәте ҙур. 2023 йылдың 15 апреленән 31 майына ҡәҙәр 02.gorodsreda.ru берҙәм федераль платформала 2024 йылда төҙөклән